Даирә
+24 °С
Ямғыр
Башҡа яңылыҡтар
27 Сентябрь 2022, 07:09

Тәрбиәсе - наҙлы ҡояш

Тәрбиәселәр – еңел булмаған һөнәр эйәләре. Был һөнәрҙе һайлаған кеше үҙе лә тәрбиәле, белемле булырға тейеш, сөнки ул баланы белеме менән генә түгел, килеш-килбәте, холҡо, һөйләү мәҙәниәте, яҡты йөҙө, күңел паклығы менән дә тәрбиәләй. Шундай сифаттарға эйә булған Рәмилә Камалова туғыҙ йыл дауамында “Бәләкәс” Олокүл балалар баҡсаһының Һәүәләй филиалында намыҫлы хеҙмәт итә. Ул – үҙ эшенең оҫтаһы, бай педагогик стажлы, тәжрибәле, юғары категориялы, үҙ эшенә бирелгән, намыҫлы, итәғәтле, ярҙамсыл тәрбиәсе.

Тәрбиәсе - наҙлы ҡояшТәрбиәсе - наҙлы ҡояш
Тәрбиәсе - наҙлы ҡояш

- Коллективта үҙ эшен, балаларҙы яратҡан, тәжрибәле тәрбиәселәр тупланған. Беҙҙең эшебеҙ тынғыһыҙ һәм яуаплы. Баланың мәктәпкәсә осоро – бик яуаплы, мөһим мәл. Көн һайын балаға иғтибар, күңел йылыһы биреп, кескәйҙәрҙе төрлө яҡлап үҫтерергә тырышабыҙ. Күпме бала – шунса холоҡ. Шуға күрә уларға яраҡлашырға, айырым бер шәхес итеп тәрбиәләүгә ҙур көс һалырға кәрәк, - ти Рәмилә Рәшит ҡыҙы.
Рәмилә Камалова Ибраһим ауылында тыуып үҫкән. 1984 йылда Башҡорт дәүләт педагогия институтының физика-математика факультетын уңышлы тамамлай. Ҡулына диплом алғас, уны йүнәлтмә менән Пермь өлкәһенә эшкә ебәрәләр. Добрянский районында өс йыл математика уҡытыусыһы булып эшләй. Унан һуң тыуған яғына әйләнеп ҡайтып, кейәүгә сыға, Өфө ҡалаһында йәшәп Иҫке Ҡыйышҡы мәктәбенә йөрөп эшләй. 1992 йылда Ибраһим ауылында яңы мәктәп асылғас, унда математика уҡытыусыһы булып эшкә күсә. Тик, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, балалар һаны кәмегәс, 2013 йылда мәктәп ябыла. Ошо йылда Һәүәләй ауылында “Малышок” Олокүл балалар баҡсаһының филиалы асыла. Рәмилә Рәшит ҡыҙын балалар баҡсаһына эшкә саҡыралар һәм ул бында ең һыҙғанып эшкә сума.
- 2018-2020 йылдарҙа балалар баҡсаһы филиалы мөдире вазифаһын етәкләнем. Бер үк ва ҡытта Һәүәләй мәктәбендә уҡытыусылар етешмәү сәбәпле, бер йыл уҡыусыларға математика фәненән дәрестәр бирҙем. Әле уртансы һәм мәктәпкә әҙерлек төркөмдәрендә тәрбиәсе Ләйсән Хисаметдинова менән сменалап эшләйбеҙ. Ләйсән Сәйет ҡыҙы менән берлектә эш методикаһы ҡатмарлы, талаптар юғары булыуға ҡарамаҫтан, алдыбыҙға ҡуйылған бурыстарҙы атҡарып сығырға һәм көтөлгән һөҙөмтәләргә ирешергә тырышабыҙ. Иртәнән кискә тиклем бергә булған тәрбиәсе ярҙамсыһы Раушания Муллагилдинаның да ярҙамы баһалап бөткөһөҙ. Әйткәндәй, ул музыкаль һөнәргә лә эйә. Балалар баҡсаһында үткәрелгән төрлө сараларҙа, занятиеларҙа ярҙамлаша һәм ҡатнаша. Коллективыбыҙ бик талантлы, балаларға белем нигеҙҙәрен һалып ҡына ҡалмайынса, календарҙағы байрам даталарына арнап һәм бынан тыш, төрлө ҡыҙыҡлы саралар уйлап табып уҙғарабыҙ. Әле бына Тәрбиәселәр һәм мәктәпкәсә белем биреү хеҙмәткәрҙәре көнөнә, көҙгө бал, Әсәйҙәр байрамдарына әҙерләнәбеҙ. Милли кейем, Терроризм менән көрәшеү көндәренә планға ярашлы әңгәмәләр, оҫталыҡ дәрестәре үткәрҙек һәм башҡалар. Бик күп төрлө конкурстарҙа, ярыштарҙа ҡатнашып торабыҙ.
Мәктәпкәсә әҙерлек төркөмө булараҡ утыҙышар минут математика, тирә-яҡты өйрәнеү, һүрәт төшөрөү, физик культура, музыка, телмәр үҫтереү, аппликация буйынса ойошҡан рәүештә белем биреү эшмәкәрлеге ойошторола. Уларҙа тирә-йүнгә, тәбиғәткә, тереклеккә һаҡсыл ҡараш, хеҙмәткә һөйөү, ата-әсәгә, дуҫтарға хөрмәт кеүек бик күп ыңғай һыҙаттар тәрбиәләйбеҙ. Улар араһында ун минутлыҡ тәнәфес эшләйбеҙ. Занятиелар бөткәс балалар үҙ аллы уйындар менән мәшғүл, улар менән әкиәттәр уҡыйбыҙ, шиғырҙар ятлайбыҙ. Көндөҙгө аш алдынан һәм киске аштан һуң урамға саф һауа һуларға сығабыҙ. Шулай уҡ балалар баҡсаһында балаларға тәртип мәҙәниәте нигеҙҙәре һалына. Мәктәпкә әҙерләүҙән тыш бында уларға шәфҡәтлелеккә һәм изгелеккә өйрәтәләр, әхлаҡи һәм мәҙәни ҡиммәттәр тураһында һөйләйбеҙ. Балаларҙы башҡорт халҡының әҙәбиәтенә, мәҙәниәтенә, тарихына ҡыҙыҡһыныу уятыу һәм башҡортса һөйләшергә өйрәтеүҙе маҡсат итеп ҡуйғанмын. Рус һәм башҡорт телдәрендә “здравствуйте”, “һаумыһығыҙ” тип сәләмләйбеҙ, хушлашабыҙ. Балалар баҡсаһына килгәс иртәләребеҙҙе шундай ябай һүҙҙәрҙән башлайбыҙ. Өлкән төркөм өсөн “Аманат” башҡорт теле түңәрәге уңышлы эшләп килә. Бәләкәйҙән балаға үҙ телеңдә ғорурлыҡ менән һөйләшергә кәрәк тип өйрәтелә икән, ул бер ваҡытта ла туған телендә һөйләшеүҙән оялмаясаҡ, рәхәтләнеп аралашасаҡ. Ә инде балалар баҡсаһында һәм мәктәптә лә туған телде, тарихыбыҙҙы, мәҙәниәтебеҙҙе, йолаларыбыҙҙы өйрәнеү өсөн шарттар тыуҙырыла икән, киләсәк быуындың телде һаҡлап ҡалыуына ышаныс бар, тип әйтә алам.
Балаларҙың һәләтен асыу һәм талантын үҫтереү буйынса ла бик күп эштәр алып барыла. Тәрбиәләнеүселәребеҙ балалар баҡсаһында ойошторолған “Ынйылар” йыр һәм бейеү ансамблендә лә шөғөлләнәләр. Музыка етәксеһе Рузилә Мөхәмәтйәнова туған телдәрҙә моңло итеп йырларға, оҫта итеп бейергә лә өйрәтә. Улар төрлө район конкурстарында әүҙем ҡатнашып, үҙҙәренең һәләттәрен күрһәтә, призлы урындарға лайыҡ булалар.
Ата-әсәләр менән дә тығыҙ бәйләнеш булдырылған. Улар менән шәхсән әңгәмәләр үткәрәбеҙ, консультациялар бирәбеҙ, памяткалар әҙерләйбеҙ. Балалар төрлө сараларҙа әүҙем ҡатнаша. Мәҫәлән, тәрбиәләнеүсебеҙ Руфина Иҙрисова “Яратҡан ғаилә аҙығы” район конкурсында ҡатнашып, ата-әсәһе менән берлектә яһаған ризығын тәҡдим итеп призлы урынға лайыҡ булды. Шулай уҡ уртансы төркөм тәрбиәләнеүсеһе Сынбулат Әхмәҙиев, мәктәпкәсә төркөм тәрбиәләнеүсеһе Тимур Садиҡовтар ғаиләһе менән шәжәрә ағасын төҙөп, шәжәрә буйынса конкурста призлы урындар алдылар.
Балаларҙың ата-әсәләре беҙҙең менән бер тулҡында тибрәлә, был дөйөм эшебеҙ - балаларға уҡытыу-тәрбиә эшен алып барыу шарттарын уңайлыраҡ, сифатлыраҡ итеү өсөн кәрәклеген яҡшы аңлайҙар, шуға ла һәр башланғыстарыбыҙҙы күтәреп сығырға әҙер генә торалар. Бынан тыш, балалар баҡсаһы биләмәһендә ойошторолған өмәләрҙә, баҡсала сәскәләр, йәшелсә-емеш ултыртыуҙа, ҡышын ҡар көрәүҙә әүҙем ҡатнашалар, һәр саҡ ярҙамсыл, аңлаусан ата-әсәләргә ҙур рәхмәтлемен, - тип уртаҡлашты Рәмилә Рәшит ҡыҙы.
Әйткәндәй, төп эшмәкәрлегенән тыш Рәмилә Рәшит ҡыҙы 2021 йылда “Ҡатын-ҡыҙ – милләт әсәһе” республика конкурсында уңышлы ҡатнашып, Дипломға эйә була һәм финалға сыға. Өлгөр йәмәғәт эшмәкәре ғаиләһендә әсәһе Вәкилә Яҡуп ҡыҙына ярҙамсыл ҡыҙ, балаларына һөйөклө әсәй ҙә. Яҡындары уға оло терәк һәм таяныс булып торалар. Һөнәреңде нисек кенә яратһаң да, бәләкәстәр менән эш арыта. Шулай ҙа Рәмилә Рәшит ҡыҙы балаларына матур тәрбиә бирергә, һөнәрле итергә тырышҡан. Бөгөнгө көндә балалары инде үҙ аллы тормош менән йәшәйҙәр. Улы Айҙар Аграр университетын бөтөрөп Өфө ҡалаһында һөт заводында эшләй. Ғаиләһе менән Өфө ҡалаһында йәшәй. Ҡатыны Юлиә менән Тамерлан исемле ул үҫтерәләр. Ҡыҙы Зилиә Башҡорт дәүләт филармонияһында актриса, алып барыусы.
Рәмилә апайға ғаиләһе менән берҙәм, татыу ғүмер кисерергә яҙһын, еңел булмаған хеҙмәтендә уңыштар, яңынан-яңы үрҙәр, сабырлыҡ, һөҙөмтәле эш теләйбеҙ. Кескәйҙәрегеҙ һау-сәләмәт булһын, уңыштары менән йыш һөйөндөрһөн.
Фирүзә РӘХМӘТУЛЛИНА.
Автор фотоһы.

 

Автор:Фируза Рахматуллина 
Читайте нас