Даирә
+24 °С
Ямғыр
Башҡа яңылыҡтар
27 Сентябрь 2022, 07:29

IT-белгестәр илгә кәрәк

Башҡортостан уҡыусылары  программаларға бушлай өйрәнә

IT-белгестәр илгә кәрәкIT-белгестәр илгә кәрәк
IT-белгестәр илгә кәрәк

 8-11 класс уҡыусылары өсөн “Һанлы иҡтисад” (национальный проект “Цифровая экономика)  милли проекты сиктәрендә  “Киләсәккә код” проекты старт алды.

Башҡортостан Республикаһының Һанлы үҫеш министрлығың матбуғат хеҙмәтенән  әйтеүҙәренсә, “Киләсәкә код” – ул өлкән класс уҡыусыларына тәғәйенләнгән ике йыллыҡ курстар. Был программалау серҙәрен кемгәлер башлап өйрәнергә, кемгәлер белемен тәрәнәйтергә ярҙам итәсәк. Ҡатмарлығы буйынса өс кимәлдәге 26 төрлө курстар араһында мәктәп уҡыусылары үҙҙәренә тура килгәнен һайлай ала. Уларҙың һәр береһе дүрт уҡыу модуленән тора.

Ғаризалар дәүләт хеҙмәттәре порталында ҡабул ителә. Бының өсөн алдан тест үтергә  һәм уҡыу формаһын (онлайн йәки офлайн) һайларға кәрәк. Башҡортостанда көндөҙгө уҡыуҙар өсөн туғыҙ майҙансыҡ эшләй. Улар Өфөлә, Ишембайҙа,  Нефтекамала һәм Октябрскийҙа урынлашҡан.

Уҡыуҙы тамамлаусылар сертификат аласаҡ. Рәсәй буйынса 100 мең тирәһе уҡыусының ошондай мөмкинлекте ҡулланыуы көтөлә.  

  • Төрлө әҙерлек кимәле булған өлкән класс уҡыусылары өсөн бушлай программалауға өйрәнеү өсөн был уникаль мөмкинлек. Киләсәктә еңел генә юғары уҡыу йортона инеү һәм хеҙмәт баҙарында ихтыяж менән фйҙаланылған IT-белгес булыуға ла юл аса, - тине Башҡортостандың дәүләт идаралығының һанлы үҫеш министры урынбаҫары Рәсүл Тайыпов.  

 Рәсәй Хөкүмәте рәйесе урынбаҫары Дмитрий Чернышенко һүҙҙәренә ҡарағанда, киләсәктә был белгестәр илдә технологик суверенитет һәм иҡтисади хәүефһеҙлек яулауға ярҙам итәсәк. Рәсәй Президенты Владимир Путин ҡушыуы буйынса әлеге уҡыуҙар мәктәп эскәмйәһенән алып барыла. 

Фото: Башинформ.

#ВладимирПутин #национальныепроекты#нацпроектың

#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

 

Автор:Фируза Рахматуллина 
Читайте нас