Даирә
+24 °С
Ямғыр
Башҡа яңылыҡтар
27 Сентябрь 2022, 05:03

Өфөгә ингән ерҙә иҫтәлекле стела ҡуйыла

Өфөлә «Хеҙмәт батырлығы ҡалаһы» иҫтәлекле стелаһы барлыҡҡа киләсәк. 

Өфөгә ингән ерҙә иҫтәлекле стела ҡуйылаӨфөгә ингән ерҙә иҫтәлекле стела ҡуйыла
Өфөгә ингән ерҙә иҫтәлекле стела ҡуйыла

Баш ҡала хакимиәтенең матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, ул Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында тыл хеҙмәтсәндәренең батырлығын мәңгеләштереү маҡсатында ҡуйыласаҡ.

20 метрлыҡ стела Сочи, Яр буйы урамдары Салауат Юлаев проспекты менән киҫелешкән участкала, Ағиҙел йылғаһы буйында урынлашасаҡ.

 

Әлеге ваҡытта арматуралау һәм бетон эштәре тамамлана. Әле объектта төҙөүселәр стеланы көпләү һәм йәйәүлеләр юлын һалыу менән мәшғүл. Бөгөнгө көнгә уның бронза рельефы эшләнгән, гранит плитәләр һәм пилондың бронза рельефын әҙерләүгә заказ бирелгән. Стела төндә янып торасаҡ.

 

Подрядсы ойошма төҙөлөш-ремонт эштәрен ағымдағы йылдың 30 ноябренә тиклем тамамларға тейеш.

 

Фото: Т. Аманов

Автор:Фируза Рахматуллина 
Читайте нас