Даирә
+20 °С
Дождь
Башҡа яңылыҡтар
27 Сентября 2022, 11:08

“Балалар менән эшләгәндә ихлас булырға кәрәк”

Бөгөн мәкәтәпкәсә белем биреү учреждениелары хеҙмәткәрҙәре үҙенең һөнәри байрамын билдәләй. Бөгөн беҙ уларҙың береһе – оҙаҡ йылдар 1-се Ҡырмыҫҡалы балалар баҡсаһында эшләүсе Ләйсән Вәғиф ҡыҙы Ғәҙелшина тураһында яҙырға булдыҡ.

“Балалар менән эшләгәндә ихлас булырға кәрәк”“Балалар менән эшләгәндә ихлас булырға кәрәк”
“Балалар менән эшләгәндә ихлас булырға кәрәк”

Бөгөн мәкәтәпкәсә белем биреү учреждениелары хеҙмәткәрҙәре үҙенең һөнәри байрамын билдәләй

Был байрам көндө беҙ йыш ҡына тәрбиәселәргә иғтибар бүлергә тырышабыҙ, ә уларҙың ярҙамсыларының хеҙмәте иғтибарһыҙ ҡала. Ә бит уларҙың роле баһалап бөткөһөҙ.

Бөгөн беҙ уларҙың береһе – оҙаҡ йылдар 1-се Ҡырмыҫҡалы балалар баҡсаһында эшләүсе Ләйсән Вәғиф ҡыҙы Ғәҙелшина тураһында яҙырға булдыҡ. Ләйсән Вәғиф ҡыҙының үҙ һөнәре тураһында һөйләгәндә күҙҙәренән осҡон сәсрәп тороуын күреп, үҙ эшен нисек үҙ итеүе тураһында асыҡ аңларға була. Эйе, был өлкәлә үҙ һөнәрен ихлас итеп яратмағандар эшләй алмайҙыр ул. Сөнки кем-кем, әммә балалар эскерһеҙлекте айыра белә.

☀☀☀Мәҡәләм геройы был өлкәгә 2007 йылдан бирле тоғро. Быға тиклем ул икмәкханала эшләй. Ошо дәүер эсендә дүрт төркөм балалар сығарыуға өлгәшкән ул. Бөгөн инде тәү башлап сығарған кескәйҙәр үҫеп, өлкән егет-ҡыҙҙар булған. Әлеге ваҡытта Ләйсән Вәғиф ҡыҙы тәрбиәселәр Ғәфүрә Рәхимҡолова һәм Илүзә Хәмиҙуллина менән бергә иң кесе төркөмдә эшләй. Төркөмдә һәр ваҡыт таҙалыҡ һәм бөхтәлек булыуы – Ләйсән Вәғиф ҡыҙы иңендә.
- Эшем еңелдәрҙән түгел, күп көс талап ителә. Әммә балалар менән аралашыуҙан, уларҙың саф йылмайыуынан, кескәй генә булһа ла уңыштарынан ҡәнәғәтлек һәм энергия алам һәм үҫеп килеүсе быуынды тәрбиәләүгә үҙ өлөшөмдө индереүем, уларға хәстәрлек бирә алыуым менән бәхетлемен. Иң мөһиме, коллективыбыҙ татыу, бергә һәм берҙәм эшләйбеҙ, - ти ул.

🌹🌹🌹Хеҙмәттәштәре лә Ләйсән Вәғиф ҡыҙын яуаплы, кешелекле булыуы өсөн ихтирам итә. Ә бабаларҙың ата-әсәләренән рәхмәт һүҙҙәрен ишетеү эшкә дәртте тағы ла арттыра һәм һәр иртә талпынып кескәйҙәр янына килергә этәргес булып тора.

🌸🌸🌸Беҙ, мөмкинлектән файҙаланып, барлыҡ мәктәпкәсә белем биреү учреждениелары хеҙмәткәрҙәрен һөнәри байрамдары менән ҡотлайбыҙ һәм эштәрендә уңыштар, ныҡлы һаулыҡ, ғаилә именлеге теләйбеҙ!

#профессиональныепраздники #образование #дошкольноеобразование #Кармаскалинскийрайон

Автор и фото: https://vk.com/karmadm?w=wall-173018413_14066

https://vk.com/karmadm?w=wall-173018413_14066

 

 

Автор:Фируза Рахматуллина 
Читайте нас