

Ойошма ошо арала Женевала “Х патогенына әҙерлек һәм яңы үткән вирустар буйынса ғилми стратегия” конференцияһын уҙғарған икән.
Ысынлап та, һуңғы арала әллә ниндәй сирҙәр йыш таралды – вируслы атипик пневмония, Эбола, Зика, Ласса, Денге, Рифт-Валли биҙгәктәре (лихорадка), Марбург, Чикунгунья, Нипах вирустары... Яңы коронавирус инфекцияһы әле беҙҙең арала.
Үрҙә телгә алған “Х” патогены ошо коронавирус менән тарала башлауы ихтимал, ти белгестәр. Ул бының менән генә бөтмәйәсәк. Теләһә ҡайһы ваҡытта донъяны яңы вирус баҫыуы мөмкин, әҙер торорға кәрәк. Бөтә донъя һаулыҡ һаҡлау ойошмаһы ағзалары әле ошо проблеманы өйрәнеү буйынса эш алып бара.
Һм, өйрәндең ни, өйрәнмәнең ни, вирустың тиҙлеген күрҙек инде...