

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров социаль селтәрҙәге сәхифәләрендә бөгөн ошолай тип яҙҙы:
“Был – Феликс Шәрипов. Баҡһаң, беҙ уның менән төрлө йылдарҙа бер үк часта хеҙмәт иткәнбеҙ – Байкал аръяғының Борза ҡалаһында. Мин мотоуҡсылар бригадаһында, ул зенитка ракетасыларында.
Феликс менән беҙ Ҡырмыҫҡалыла таныштыҡ, ул – бөгөн республиканың төрлө райондары һәм ҡалаларынан Ватаныбыҙҙы һаҡларға йүнәлгән егеттәрҙең береһе. Махсус хәрби операция зонаһында уларҙың ярҙамын Башҡортостандан меңдәрсә хәрби көтә. Беҙ ҡатмарлы заманда йәшәйбеҙ. Әммә тап шундай заман ысын ирҙәрҙе тыуҙыра. Тыуған ерегеҙгә иҫән-һау әйләнеп ҡайтығыҙ!” – тип яҙҙы ул.
Фото: “Бәйленештә” селтәренән.