

Үҫмерҙәр араһында низағ сыҡҡан. Хәҙер был эште полиция тикшерә.
“Башинформ” мәғлүмәт агентлығы хәбәр итеүенсә, 17 сентябрҙә Стәрлетамаҡ ҡалаһында ҡыҙ менән малай урам буйлап пицца тотоп китеп барған. Уларға ике үҫмер бәйләнгән – береһе пиццаны бүлеп биреүҙәрен һораған, ә тегеләре теләмәгән.
Пицца һауытын тотҡан малай йүгергән, артынан үҙҙәренә бәйләнгән үҫмерҙең береһе эйәргән һәм аяҡ салған. Йығылған малай һәм үҫмерҙәр эргәһенә ҡыҙ ҙа йүгереп килгән. Бер хулиган зажигалканы тоҡандырып, ҡыҙҙы ҡурҡытҡан...
Һөҙөмтәлә балалар тәндәре күгәреп, йәрәхәтләнеп өйҙәренә ҡайтҡан. Уларҙың ата-әсәһе полицияға мөрәжәғәт иткән.
Низағты сығарған малайҙың ата-әсәһенә ҡарата Рәсәй Административ хоҡуҡ боҙоуҙар кодексының 5.35-се статьяһы – ата-әсә йәки законлы вәкилдәр тарафынан бәлиғ булмағандарҙы ҡарау һәм тәрбиәләү буйынса бурыстарҙы үтәмәү буйынса протокол төҙөлгән.
Фото: eatthis.com