

Улар Донбаста һәм Украинаның азат ителгән биләмәләрендәге махсус хәрби операцияла ҡатнашыу өсөн бара.
“Хөрмәтле иптәштәр! Ихтирамлы яҡташтар! Беҙ бөгөн бында һеҙгә ихтирам һүҙҙәре әйтер өсөн килдек. Ҡатмарлы заман һәм ҡатмарлы ҡарарҙар. Әммә тап шундай заман ысын ирҙәрҙе тыуҙыра. Һеҙ Ватаныбыҙҙы һаҡларға бараһығыҙ. Бер нисә ай инде Башҡортостан егеттәре унда һуғыша. Уларға һеҙҙең ярҙам бик кәрәк. Улар һеҙҙе көтә. Беҙ, хәрби бурысығыҙҙы намыҫ менән үтәрһегеҙ тип, һеҙгә өмөт менән ҡарайбыҙ, иң мөһиме – иҫән-һау әйләнеп ҡайтығыҙ.
Һеҙ һәм һеҙҙең ғаиләләр – улар беҙҙең ғаиләләр. Һеҙҙе һәм яҡындарығыҙҙы ныҡлы ярҙам итеү өсөн республика барлыҡ көсөн йүнәлтәсәк. Улар өсөн тыныс булығыҙ”, – тине республика етәксеһе.
Башҡортостандың хәрби комиссары полковник Михаил Блажевич егеттәргә хеҙмәтте уңышлы үтәүҙәрен теләне. Митингта йәмәғәтселәр һәм руханиҙар ҙа егеттәргә изге теләктәр әйтте.
Ҡырмыҫҡалы районының Сихонкин ауылында Радий Хәбиров һалдат Кузьма Николаевтың ғаиләһендә булды. Хәрби операцияның тәүге көндәрендә Кузьма хеҙмәттәштәре менән ҡамауҙа ҡала. Ул ауыр яралана һәм, егеттәрҙең китеүен ҡаплау өсөн, позицияла ҡалырға ҡарар итә. Ҡаһарманлығы өсөн ул үлгәндән һуң Батырлыҡ ордены менән наградлана.
Республика Кузьма Николаевтың ғаиләһен иғтибарһыҙ ҡалдырмай. Район хакимиәте ярҙамында уның инвалид атаһы өсөн яңы йорт төҙөлөп бөтөп килә.
“Йорт йылы буласаҡ, бергә йәшәү өсөн барыһына ла урын етәсәк”, – тине Радий Фәрит улы.
Фото: glavarb.ru.