Даирә
+5 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Башҡа яңылыҡтар
22 Сентябрь , 14:37

Сабирйән олатайға – 105 йәш!

Сахай ауылынан Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Сабирйән Зиннәт улы Әсфәндийәровҡа 105 йәш тулды.

Сабирйән олатайға – 105 йәш!
Сабирйән олатайға – 105 йәш!

Сабирйән Зиннәт улы 1917 йыл дың 20 сентябрендә күп балалы ғаиләлә ун икенсе сабый булып донъяға килгән. Ул йыл дарҙағы сабыйҙар иңенә төшкән ауырлыҡтарҙы күтәреп, өлкән дәрҙән ҡалышмай, һәр эштә ярҙамлашып, тырыш булып үҫә. Тыуған ауылындағы ете йыллыҡ мәктәпте тамамлағас, “Яҡты күл” колхозында табелсе булып эшләгән. Артабан ил алдындағы хәрби бурысын үтәр өсөн 1938 йылда армия сафына алына. Унда механик-водитель белгеслеге ала. Хәрби хеҙмәтен Алыҫ Көнсығышта 107-се артиллерия полкында үтә. 1940 йылдың яҙын да Сабирйән Әсфәндийәровты Волочаевка хәрби ҡала сығына танк полкына күсерәләр, унда ул сержант дәрәжәһенә күтәрелә.
Ил алдындағы бурысын үтәп, тыуған яғына ҡайтыуға демобилизацияны көткәндә бер хәбәр һеҙ фашистик Германияның Тыуған илгә мәкерле һөжүм итеүе тураһында аяныслы хәбәр тарала. Сержант Әсфәндийәров илебеҙҙе фашистарҙан һаҡлар өсөн фронттың иң алғы сафтарында була. Дүрт айҙан һуң яу ҙаштары менән бергә Көнбайышҡа оҙатыла. Беренсе ноябрҙә улар Мәскәү менән Ленинград араһында урынлашҡан “Тихвин” станцияһына киләләр. Фашистарҙы станцияға яҡын килтермәҫкә тигән бойороҡ алалар. Дошмандың көслө уты аҫтында танктар тар-мар ителә, әммә фашистарҙың ҡаты ҡаршы тороуына ҡарамаҫтан, беҙҙең яугирҙар һөжүм итеүен дауам итә. Көсөргәнешле алыштарҙан һуң бик күптәр яу яланында баштарын һала. Ошо станция өсөн барған һуғышта Сабирйән Зин нәт улы ҡаты яралана. Фронттың алғы һыҙы ғында күрһәткән шәхси ҡаһарманлығы һәм батырлығы өсөн “Батырлыҡ өсөн” миҙалы менән наградлана.
Сабирйән Зиннәт улы яраһы төҙәлеү менән үҙ полкына ебәреүҙәрен һорай, ләкин ул тарҡалған була. Шунан уны пехота полкы составында һуғыштың иң ҡыҙған урыны Смоленск өлкәһенә ебәрәләр. 1942 йылдың ғинуар көндәренең береһендә совет ғәскәрҙәре хәрби хәрәкәттәр башлай. Был алышта яугир икенсе тапҡыр ҡаты яралана һәм уны Вологда ҡалаһына госпиталгә оҙаталар. Тәрән яраларҙан әкренләп терелә башлаған һалдат, яңынан сафҡа баҫа. Ирекмән-танкысылар составында Горький ҡалаһына танкылар менән идара итергә өйрәнергә ебәрелә. “Шерман”, “Валентайн” маркалы сит ил танктарын идара итергә өйрәнеп алғас, 1944 йылдың авгусында Карпат тауҙары янындағы хәрби хәрәкәттәрҙә, һуңынан Польшаны, Будапештты азат итеүҙә ҡатнаша. Дәһшәтле яуҙарҙың береһендә бомба ярсығы Сабирйән Зиннәт улының күҙенә эләгә. Тағы госпиталгә эләгә. Табипар уның ғүмере өсөн оҙаҡ көрәшә. Йәшәүгә теләге көслө булғанлыҡтан, ул был юлы ла иҫән ҡала һәм яңынан фронтҡа юллана.
Еңеү көнөн Әсфәндийәров өйөнән меңәрләгән саҡрым алыҫлыҡта ҡаршылай. Поезда Румынияға барғанда һуғыш тамамланыуы хаҡында ишетәләр. Бөтәһе лә тыуған яҡтарына ҡайтыу тураһында уйлана башлай. Ләкин сәләмәт ҡыҙылармеецтарҙы Алыҫ Көнсығышҡа ебәргәндәр, унда Япония һуғыш менән янаған. Госпиталдән сыҡҡан һалдаттарҙы айырым отрядтарға билдәләгәндәр. Еңеүҙән һуң яҡташыбыҙ эске ғәскәрҙәр составында Румынияның ҙур булмаған ҡаласығында хәрби әсирҙәр менән лагерҙы һаҡлаған. Ҡаһарман ветеран илебеҙгә Еңеү килтереп, һигеҙ йыл үткәс кенә тыуған яғына күкрәге тулы орден-миҙалдар менән ҡайтып төшә.
Ветеран һуғышты башынан аҙағынаса үткән һәм ҡот осҡос хәлдәр кисергән. Миллиондарҙы аямаған, дәһшәтле ут эсенән тере ҡайтыу, балалар үҫтереү, ейәндәр тәрбиәләү бәхете тейгән уға. Уның һоҡланғыс тормош юлы, илебеҙ азатлығы өсөн көрәштә күрһәткән батырлығы яңынан-яңы быуындар өсөн өлгө булып тора.
Һуғыштан ҡайтҡас, ветеранға колхозда секретарь һәм кассир хеҙмәте йөкмәтелә. Артабан ғүмере буйы “Победа” колхозында келәт мөдире, һуңынан 70 йәшенә тиклем малсылыҡ тармағында хеҙмәт итә. 1948 йылда ауылдашы Садиҡа Йөҙлөкбай ҡыҙы менән улар өс ул һәм бер ҡыҙ тәрбиәләп үҫтерәләр. Улар иһә ейән-ейәнсәрҙәр һәм бүлә-бүләсәрҙәр бүләк итәләр, уңыштары менән ҡыуандырып торалар.
Ғүмер буйы халыҡҡа хеҙмәт итеп, кешеләргә изгелек ҡылып йәшәй ул. Бөгөнгө көндә ветеран яҡындары хөрмәтендә бәхетле, тыныс ғүмер кисерә. Сабирйән Зиннәт улы олпат юбилейы – 105 йәше айҡанлы төрлө тарафтарҙан йылы ҡотлауҙар ҡабул итте, һөйөнөсө сикһеҙ ине. Һуғыш уҙаманын ғүмер байрамы менән Сахай ауыл Советы ауыл биләмәһе башлығы Ришат Хөснетдинов тәбрикләне, иң изге теләктәрен еткерҙе. Сабирйән Зиннәт улына Рәсәй Президенты Владимир Путиндың ҡотлау хатын, бүләктәрен тапшырҙы.
Бер быуаттан ашыу ғүмер кисергән Сабирйән Зиннәт улына һәм яҡындарына ныҡлы һаулыҡ, күңел тыныслығы теләйбеҙ. Хәстәрлек һәм яҡындарының һөйөүенә сорналып йәшәһен. Сикһеҙ рәхмәтлебеҙ һеҙгә, хөрмәтле ветеран!
Фирүзә Рәхмәтуллина.
Автор фотолары.

Автор:Фируза Рахматуллина 
Читайте нас в