

- Район гәзите менән хәреф таный башлағандан алып танышмын. Атайым йыл һайын гәзиткә яҙылмай ҡалмай торғайны. Башланғыс кластарҙа уҡығанда уҡ китапханаға йөрөй инем. Бигерәк тә һуғыш тураһында китаптар уҡырға ярата торғайным. Өйгә эштәремде эшләйем дә, кистәрен рәхәтләнеп китап уҡыйым... Шул ваҡыттағы гәзит-журналдарға булған һөйөүем әле лә һаҡлана.
Уҡырға шул тиклем яратам, “Даирә”нән тыш “Йәшлек”, “Комсомольская правда”, “Диләфрүз” гәзиттәрен, “Толпар”, “Башҡортостан ҡыҙы”, “Шоңҡар” журналдарын да алдырам.
Район гәзите, бик кәрәкле гәзит, тип уйлайым. Унда районыбыҙҙа булған бар яңылыҡтар баҫыла, ниндәй саралар үткәрелгәне халыҡҡа еткерелеп тора. Гәзитте ҡулға алғас та, иң беренсе битен уҡып сығам, шунан тәмләп кенә мәҡәлә, хикәйәләргә күсәм. Минең тәҡдимем, гәзит аҙнаһына өс тапҡыр сыҡһын ине.
Эшегеҙҙә ҙур уңыштар теләйем, гәзитебеҙҙе гел шулай матур итеп сығарып торогоҙ, ғаилә бәхете, иҫәнлек-һаулыҡ теләйем һеҙгә, - тигән теләк- тәҡдимдәрен белдерҙе ул.
Ауыл кешеһе гәзит уҡып ҡына ятамы һуң, Фәнизә апай тормош иптәше Асанбәк Исман улы менән йыл да күпләп ҡош-ҡорт алып үҫтерә. Быйыл да улар 30 баш ҡаҙ, 30 өйрәк бәпкәһе алып үҫтергәндәр, тауыҡтары ла күп. Баҡсаларында ла барса йәшелсә-емеште үҫтерәләр. Уңған хужабикә бешеренергә лә бик ярата. Балалары, ейән-ейәнсәрҙәре килеүенә тәмле-татлы ризыҡтар бешереп көтөп торалар. Ошондай егәрле, уҡымышлы гәзит уҡыусыларыбыҙға тик афарин тиергә генә ҡала!
Гөлсәсәк Аласова.