Даирә
+6 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Башҡа яңылыҡтар
22 Сентябрь , 11:34

Мейесһеҙ ҙә бешә

Торт өсөн был корждарҙы плитә өҫтөндә табала ғына бешереп була. Уны әҙерләү еңел, ә үҙе бик тәмле! 

Мейесһеҙ ҙә бешә
Мейесһеҙ ҙә бешә

Торт өсөн был корждарҙы плитә өҫтөндә табала ғына бешереп була. Уны әҙерләү еңел, ә үҙе бик тәмле!

9-10 корж бешереү өсөн 200 грамм ҡаймаҡ, 1 балғалаҡ сода, 1 стакан шәкәр ҡомо, яҡынса 3 стакан он кәрәк.

Һауытҡа ҡаймаҡты һалып, сода өҫтәгеҙ һәм яҡшы итеп туғығыҙ. Ҡаймаҡ бер аҙ ҡабарып, күбекләнергә тейеш. Артабан шәкәр өҫтәп, бер минут самаһы болғағыҙ. Аҙ-аҙлап он өҫтәп, ҡамыр баҫығыҙ.

Ҡамырҙы 9-10 өлөшкә бүлеп, йоҡа ғына итеп йәйегеҙ. Тәрилкә ҡаплап, ситен тигеҙләп киҫегеҙ. Йәймәләрҙе талғын ғына утта ҡоро табала ике яҡлап бешереп алығыҙ. Корждар әҙер. Һыуынғас, үҙегеҙгә оҡшаған крем, ҡайнатма һылап ҡатлағыҙ.

Ашығыҙ тәмле булһын! 

Фото:  mykaleidoscope.ru

Сығанаҡ: vk.com/id205921860

Автор:Гөлдәр Яҡшығолова
 
Автор:Фируза Рахматуллина 
Читайте нас в