Даирә
+6 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Башҡа яңылыҡтар
22 Сентябрь , 15:02

Башҡортостандан үҙ ирке менән Украинаға китеп һәләк булған яугирҙәрҙең ғаиләләренә 2-шәр миллион һум түләнә

Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы ултырышында бер тапҡыр бирелә торған түләү тураһында закон проекты ҡабул ителде, тип хәбәр итә "Башинформ" агентлығы

Башҡортостандан үҙ ирке менән Украинаға китеп һәләк булған яугирҙәрҙең ғаиләләренә 2-шәр миллион һум түләнә
Башҡортостандан үҙ ирке менән Украинаға китеп һәләк булған яугирҙәрҙең ғаиләләренә 2-шәр миллион һум түләнә

22 сентябрҙә Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы ултырышында бер юлы өс уҡыуҙа үҙ ирке менән Украина биләмәһенә китеп һәләк булғандарҙың ғаилә ағзаларына бер тапҡыр бирелә торған түләү тураһында закон проекты ҡабул ителде, тип хәбәр итә "Башинформ" агентлығы. Проект менән республиканың ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры урынбаҫары Ольга Кабанова таныштырҙы. Депутаттар 2 миллион һум күләмендә бер тапҡыр бирелә торған түләүҙе раҫланы.

Закон проекты Башҡортостанда йәшәгән һәм ерләнгән, запаста торған һәм үҙ теләге менән Украина биләмәһендәге махсус хәрби операцияла ҡатнашып һәләк булған яугирҙәрҙең ғаиләләренә аҡса түләргә тәҡдим итә. Быға тиклем һәләк булған хәрбиҙәрҙең ғаиләләренә генә ошондай түләүҙәр ҡаралғайны.

https://www.bashinform.ru/news/politics/2022-09-22/semyam-pogibshih-na-ukraine-dobrovoltsev-iz-bashkirii-vyplatyat-po-2-mln-rubley-2961436

Автор:Фируза Рахматуллина 
Читайте нас в