Даирә
+6 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Башҡа яңылыҡтар
22 Сентябрь , 15:09

Ҡатынын металл йоҙаҡ ярҙамында яфалаған

Тулыраҡ мәғлүмәт сайтта.

Ҡатынын металл йоҙаҡ ярҙамында яфалаған
Ҡатынын металл йоҙаҡ ярҙамында яфалаған

Краснокама районында мирауай судья «Аңлы рәүештә һаулыҡҡа еңелсә зыян килтереү» статьяһы буйынса бер иргә хөкөм ҡарары сығарҙы.

 

Урындағы судтың матбуғат хеҙмәте мәғлүмәттәре буйынса, быйыл 14 июндә кисен иҫерек ир өйҙә ҡатыны менән һүҙгә килешкән.

 

Ул ҡулындағы тимер йоҙаҡ менән ҡатынының башына өс тапҡыр һуҡҡан, шулай уҡ бер тапҡыр битен башы менән төкөгән. Ҡатындың башының сәсле өлөшөнә ҡан һауып, ул дауаханаға мөрәжәғәт иткән.

 

Ир үҙ ғәйебен тулыһынса таныған. Ул ғәйепле тип танылған һәм 180 сәғәткә мәжбүри эштәрҙе башҡарыу  формаһында язаға тарттырылған . Хөкөм ҡарары әлегә законлы көсөнә инмәгән.

 

Фото: Т. Аманов

 

Автор:Фируза Рахматуллина 
Читайте нас в