

Яңауыл ҡалаһында йәшәгән бер кеше тәҙрә тәңгәлендә мунса, гараж, йылытма төҙөгән. Нимәһе ғәжәп, тиерһегеҙ. Әммә шуныһы: ул быларҙы үҙе йәшәгән күп ҡатлы йорт янында, үҙ белдеге менән, рөхсәт документтары алмайынса төҙөгән. Күпмелер ваҡыт хатта мунса инеп кинәнгән. Тик урындағы етәкселәр ҡушыуында, ахырҙа бар ҡаралтыһын һүтергә мәжбүр булған. Был хаҡта социаль селтәрҙәге сәхифәһендә Яңауыл районы хакимиәте башлығы Илшат Вәзиғәтов яҙып сыҡҡан. «Үҙе төҙөгәнде үҙенә һүтергә килде инде, сөнки төҙөлөш өсөн рөхсәт бирелмәгән объект гражданлыҡ хоҡуғына эйә була алмай, шуға ла ул һүтелергә тейешле. Шулай уҡ ошо сәбәпле районда яртышар миллион аҡсаны әрәм иткән кешеләр булды. Граждандарҙан үтенеп һорайым: нимәлер төҙөр алдынан тейешле документтар юллағыҙ», - тип яҙған етәксе.
Фото И. Вәзиғәтовтың сәхифәһенән.