+20 °С
Дождь


Был һоҡланғыс, өлгө алырлыҡ инәй тураһында төркөмдәшебеҙ Райхана Үлйәбаева хәбәр итте.
“Әлхәмдиллаһи, был апай, ағинәй Кучаева Гөлсирә Ырымбур өлкәһендә йәшәй. Үҙенең ауылында мәсет юҡ. Шулай ҙа ул ҡайғырмай, йома намаҙын ҡалдырмай, 10 саҡрым алыҫлыҡта ятҡан район үҙәгенә йөрөй. Аҙна һайын өйлә, йома намаҙҙарына бара. Ә бит уға 73 йәш. “Афарин!” тиергә генә ҡала. Шулай уҡ беҙҙең менән быйыл “Хөсәйениә” мәҙрәсәһендә уҡып та йөрөй”, - тип яҙҙы ул.
Фото һәм сығанаҡ: vk.com/id587416047