

Әлбиттә, йәшелсәләрҙе оҙаҡ итеп бешереү ярамай, шулай уҡ файҙалы үҙенсәлектәрен юғалтмаһын өсөн ҡыҙҙырырға ла кәңәш ителмәй. Ҡабаҡ менән кәбеҫтәне иң яҡшыһы – һыуҙа, парҙа бешереү һәм быҡтырыу. Мәҫәлән, яман шештән һаҡлаһын тиһәгеҙ, кәбеҫтәне парҙа бешереү яҡшы. Һыуҙа бешкән һәм быҡтырылғаны ла файҙалы. Әммә был осраҡта унда яман шешкә ҡаршы тороусы көскә эйә булған глюкозинолит тигән шифалы матдәнең күләме күпкә кәмей.
Картуфты мейестә бешерергә кәңәш ителә, помидор менән баклажанды ла йә мейестә бешереү, йә быҡтырыру һәйбәт. Помидор көслө антиоксидант булған липокен -каротинға бай. Быҡтырғанда, бешергәндә, томат иҙмәһе әҙерләгәндә, липокендың миҡдары һәм әүҙемлеге арта ғына.
Әйткәндәй, файҙалы үҙенсәлектәрен мөмкин тиклем күберәк һаҡлап ҡалыу өсөн йәшелсәләрҙе ҡайнаған һыуға һалып бешерергә кәрәк. Һыуҙы биш минут ҡайнатҡандан һуң, тоҙ һалырға һәм шунан һуң ғына йәшелсәләрҙе төшөрөргә.
Әлбиттә, йәшелсәләрҙе сей килеш тә ашарға кәрәк. Улар күҙәнәклеккә бай һәм организмда үттең тотҡарланыуына юл ҡуймай, эсәктәрҙән радиактив нуклидтарҙы, башҡа ағыулы матдәләрҙе һәм холестеринды йыйып сығара, эс ҡатыуға юл ҡуймай. Шул рәүешле атеросклероз, эсәк яман шеше, холецистит, геморрой кеүек ауырыуҙарҙан һаҡлай.
Әлбиттә, салаттарҙы ашар алдынан ғына әҙерләргә һәм оҙаҡ һаҡларға ярамай. Был иҫәпкә һуған, һарымһаҡ һәм кәбеҫтә генә инмәй. Әгәр ҙә һеҙ әҙерләгән ризыҡта һарымһаҡ бар икән, иң беренсе сиратта унан башлағыҙ. Бүлкәттәрен ваҡлап, 10 – 20 минутҡа ҡуйып торорға була. Ғөмүмән, тығыҙ күҙәнәклек ҡатламын емереү өсөн һарымһаҡ менән һуғанды нығыраҡ ваҡларға, хатта төйгөс менән төйөргә ҡушыла.
Фото:аТ.Аманов.
Ҡуланыр алдынан табип менән кәңәшләшеү мотлаҡ