

Республика әүҙем рәүештә йылытыу миҙгеленә әҙерләнә. Бөгөн Республикаға идара итеү үҙәгендә ойошторолған Башҡортостан Хөкүмәтенең аҙналыҡ кәңәшмәһендә ошо турала һөйләшеү булды. Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры вазифаһын башҡарыусы Ирина Голованова белдереүенсә, йылытыу миҙгеле сентябрь аҙағынан да алдараҡ башланмаясаҡ.
Уның һүҙҙәренсә, ведомство белгестәре көн һайын һауа торошон күҙәтә. Күҙаллауҙар буйынса, сентябрь аҙағында ғына уртаса тәүлек температураһы плюс һигеҙ градустан түбән төшәсәк. Шуға күрә йылытыу миҙгелен әле башламаясаҡтар.
Радий Хәбиров социаль объекттарға, шул иҫәптән балалар баҡсаларына, мәктәптәргә һәм дауалау учреждениеларына йылы биреү мәсьәләһен шәхси тәртиптә хәл итергә ҡушты. Кәрәк икән, йылыны планлаштырылғандан алдараҡ бирергә.
– Ҡыш башланырға тора. Уның ниндәй булыры билдәле түгел. Тик шуны ғына әйтә алам, беҙҙең ҡыш Европаныҡына ҡарағанда яҡшыраҡ буласаҡ. Әлегә һауа торошо йылыға мохтажлыҡ юҡлыҡты күрһәтә. Һәм был дөрөҫ тә. Йылы бирһәк, кешеләр тәҙрәләрен аса башлаясаҡ, – тине Радий Фәрит улы.
Әйткәндәй, республиканың 16 районында социаль объекттарға йылы бирелә башлаған да. Ирина Голованова һүҙҙәренсә, 683 дауахана, мәктәп һәм балалар баҡсаһында был эшләнгән. Был – дөйөм социаль объекттар иҫәбенән 13 процент.
Ете муниципалитетта - Бишбүләк, Дыуан, Дүртөйлө, Ҡалтасы, Салауат, Саҡмағош райондарында һәм Межгорьела йорттарға ла ваҡытынан алда йылы бирҙеләр. Республиканың 514 күп фатирлы йортонда батареяларҙы уҙған аҙнанан уҡ йылыта башлағандар. Был - дөйөм үҙәкләштерелгән йылытыу системаһы менән торлаҡ күләменең өс проценты.
Фото: pro-dachnikov.com