+24 °С
Ямғыр


Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров социаль селтәрҙәге сәхифәһендә генерал Шайморатовҡа ҡуйыласаҡ һәйкәлдең ике барельефы ла ҡуйылыуы тураһында хәбәр итте.
"Ике барельефты ла урынлаштырҙыҡ. Хәҙер аттың таш һынын килтереүҙәрен көтәбеҙ", - тине ул.
Алдан хәбәр итеүебеҙсә, Өфөнөң Совет майҙанына Рәсәй Геройы Миңлеғәле Шайморатовҡа ҡуйыласаҡ һәйкәлде 11 октябрҙә - Республика көнөндә асыу планлаштырылған.
Фото: "Башинформ".