Даирә
+24 °С
Ямғыр
Башҡа яңылыҡтар
19 Сентябрь 2022, 15:33

Ағас ултыртыу өмәләрендә әүҙем ҡатнашығыҙ!

24 сентябрҙән 8 октябргә тиклем республикала «Йәшел Башҡортостан» акцияһы уҙғарыла.

Ағас ултыртыу өмәләрендә әүҙем ҡатнашығыҙ!Ағас ултыртыу өмәләрендә әүҙем ҡатнашығыҙ!
Ағас ултыртыу өмәләрендә әүҙем ҡатнашығыҙ!

Уны үткәреү тураһында Республика идара итеү үҙәгендәге  оператив кәңәшмәлә торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры вазифаһын башҡарыусы Ирина Голованова белдерҙе. Акция сиктәрендә республиканың барлыҡ ҡала һәм райондарында өмәләр үтәсәк. Бынан тыш, ауыл биләмәләрендә 47 мең ағас ултыртыу планлаштырыла.

  «Өфөлә «Йәшел Башҡортостан - Өфө» сайты булдырылды. Унда халыҡ ҡаланы йәшелләндереү процесына әүҙем ҡушыла, ағас ултыртыу урындары тураһында үҙ тәҡдимдәрен индерә ала. 500-ҙән ашыу ғариза килгән дә инде. Бынан алда ултыртылған йәшел үҫентеләр тураһында мәғлүмәт интерактив картаға өҫтәлде. Беҙ етәкселәргә һәр муниципалитет буйынса шундай уҡ сайттар эшләргә тәҡдим итәбеҙ», - тип билдәләне Ирина Голованова.

 Шуның менән бергә республика «Урманды һаҡлайыҡ» бөтә Рәсәй акцияһына ҡушыла. Уның сиктәрендә үткән акцияла урман массивтарында 60 меңгә яҡын ағас ултыртылды. 24 сентябрҙә ҡайһы бер тораҡ пункттарҙа эш дауам итәсәк.

 

Автор:Фируза Рахматуллина 
Читайте нас