Даирә
+28 °С
Болотло
Башҡа яңылыҡтар
19 Сентябрь 2022, 18:24

165 килограмлыҡ ҡабаҡ!

Күмертауҙа шаҡ ҡатырғыс ҙурлыҡтағы ҡабаҡ үҫтергәндәр!

165 килограмлыҡ ҡабаҡ!165 килограмлыҡ ҡабаҡ!
165 килограмлыҡ ҡабаҡ!

Күмертауҙан баҡсасы Артур Дашкин интернетта уҫлаптай ҡабаҡтар тураһындағы видеояҙмалар ҡарағас, үҙе лә үҫтереп ҡарамаҡсы була. Теләк булһа, эш ҡарышмай. Был сама ҙур ҡабаҡты үлсәү өсөн баҡсасы үлсәгес тә таба алмай. Йәшелсәнең ауырлығын уның ҙурлығын буйынса иҫәпләп сығаралар.

Бындай ҡабаҡтар, ғәҙәттә, Канадала күпләп үҫтерелә. Әлбиттә, гигант йәшелсәне үҫтеереү өсөн махсус тәрбиә һәм ҙур баҡса кәрәк. Киләһе йыл ир 400 килограмлыҡ ашҡабаҡ үҫтерергә ниәтләй. Ә әлегеһен йәрминкәгә сығарып һатырға йыйына.

- Ике орлоҡ сәстем. Береһе сыҡты, икенсеһе - юҡ. Ҡабаҡты тәрбиәләргә кәрәк. Көн һайын һыу ҡойҙом, органик ашламалар һалдым: көл, серегән тиреҫ һәм йылы таҙа һыу. Йылыны ярата, - ти Артур.

Автор:Инсаф Хужабирганов

Фото:https://ye102.ru

https://ye102.ru/news/ya-yly-tar-ta-ma-y-netu/2022-09-19/165-kilogramly-aba-2956341

 

Автор:Фируза Рахматуллина 
Читайте нас