

Кисә төндә Салауат районында булған ҡурҡыныс аварияла бер юлы дүрт кешенең ғүмере өҙөлдө. Ҡурҡыныс аварияла кемдәр һәләк булғаны асыҡланды. “ВАЗ-21124” машинаһы водителе ниндәйҙер сәбәп менән юлдан ситкә төшөп китә һәм яҡтыртҡыс ҡуйылған бағанаға барып бәрелә. Һөҙөмтәлә үҙе лә, янында ултырған өс ҡатын да шул урында йән бирә.
Әле был кешеләрҙең кемдәр икәнлеге асыҡланған. Аварияла Гөлшат В., Зәлифә Н. һәм Юлиә Ә. һәләк булды. Уларҙың өсөһөнөң дә Салауат районы ауылдарының береһендә йәшәгәне билдәле. Ҡатындарҙың икеһе “Янғантау” шифаханаһында, береһе Мәсетле ауылында магазинда эшләгән. Былар тураһында “На земле Салавата” баҫмаһы хәбәр итә.
Иң аяныслыһы, һәләк булғандарҙың барыһының да балалары етем ҡалған. 38 йәшлек Гөлшаттың дүрт балаһы булған, иң бәләкәйенә - дүрт кенә йәш. 38 йәшлек Зәлифәнең өс балаһы бар. 45 йәшлек Юлиәнең дә ике балаһы ҡалған, бер улы ҙурайған, икенсеһе әле бәләкәй.
35 йәшлек водитель Азиф А. Малаяҙ ауылында автосервиста эшләгән, уның бәләкәй улы ҡалған.
Әлеге ваҡытта аварияның сәбәптәре асыҡлана. Ни өсөн машина юлдан осоп, бағанаға барып бәрелгәне билдәле түгел. Ә бына кешеләрҙе ҡайтарып булмай. Етем ҡалған балалар айырыуса йәл.
Фото: "Моя Уфа" порталы.