Даирә
+24 °С
Ямғыр
Башҡа яңылыҡтар
18 Сентябрь 2022, 07:26

Кем атлы булды?

Хәйбулла районында 16-17 сентябрҙә Йомабай Иҫәнбаев исемендәге республика ҡурайсылар конкурсы үтте

Кем атлы булды?Кем атлы булды?
Кем атлы булды?

Рөстәм Шәрипов: "Оҫталығы менән жюри ағзаларын әсир итеп, төп бүләкте - атты етәкләп ҡайтты ул!"

Хәйбулла районында 16-17 сентябрҙә үткән Йомабай Иҫәнбаев исемендәге республика ҡурайсылар конкурсында 320-нән ашыу кеше ҡатнашты. Сара Аҡъяр ауылында ике көн дауамында барҙы. Ул ҡурай уйнау традицияларын һаҡлауға, тергеҙеүгә, артабан үҫтереүгә, һәләтле башҡарыусыларҙы асыҡлауға, йәштәрҙе башҡорт инструменталь фольклорына йәлеп итеүгә, был сәнғәт төрөн пропагандалауға йүнәтелде.

Сал далалы Хәйбулла ере ике көн, гүйә, ҡурай моңоңда тирбәлде. Ғәйәт матур, рухлы сара хаҡында район хакимиәте башлығы Рөстәм Шәрипов социаль селтәрҙәге сәхифәһенә йылы яҙма ҡуйҙы:

"Ҡурай моңона күмелде Хәйбулла ере! Беҙҙә ун дүртенсе тапҡыр мәшһүр яҡташыбыҙ Йомабай Иҫәнбаев иҫтәлегенә һоҡланғыс таланттарҙың күркәм бәйгеһе ойошторолдо. Ике көн дауамында республиканың ғына түгел, тотош илдең төрлө төбәктәренән килгән өс йөҙҙән ашыу бәйгесе ҡурайҙа уйнау оҫталығында көс һынашты. Ижади бәйгелә үҙешмәкәр һәм профессиональ музыканттар, шулай уҡ ансамблдәр ҡатнашты.

Жюри тарафынан уйнау оҫталығы, сәхнәлә үҙҙәрен тота белеүҙәре, үҙенсәлекле сығыштар билдәләнде.

Гран-при — үҙебеҙҙең Хәйбулла егете Рәдиф Бохарбаевта! Үҙенең башҡарыу оҫталығы менән жюри ағзаларын әсир итеп, төп бүләкте - атты етәкләп ҡайтты ул! Рәдифте һәм бөгөнгө бәйгелә ҡатнашҡан, еңеү яулаған һәр ҡурайсыны ихлас күңелдән ҡотлайым! Был бәйге, Хәйбулла ере барыһының да күңелендә тик матур, сағыу хәтирәләр генә ҡалдырғандыр тип ышанам. Йәшәһен ҡурай моңо, йәшәһен башҡорт иле!"

Фотолар Р. Шәриповтың "Бәйләнештә"ге сәхифәһенән.

Автор:Фируза Рахматуллина 
Читайте нас