

- Түҙемлегем ҡалманы. Соҡор-саҡыр юлдарҙан йөрөп машиналарыбыҙҙы бөтөрәбеҙ. Юлды төҙөкләндерергә күпме һораныҡ ишетеүсе булманы. Балаға саҡыртылған "Ашығыс ярҙам" да юлдарҙың насар булыуы һылтауы менән килмәй ҡалғылай. Үҙегеҙ ҡабул итеү бүлегенә килегеҙ, ти табиптар. Был ни хәл?- тип яҙған ул.
Яҙманы күптәр хуплаған һәм үҙ комментарийҙарын ҡалдырған. Соҡорҙарҙың урыны менән тәрәнлеге берәр метр икәнлеген әйткән.
Иглин районы хакимиәте халыҡты ҡыуандырырға ашыҡмай. Улар әйтеүенсә, быйыл дөйөм ҡулланыу юлдары ғына төҙөкләндереләсәк, ә Шаҡшалағы юлдарҙы төҙөкләндереү бөтөнләй ҡаралмаған.
Фото: Т. Аманов