+24 °С
Ямғыр


Авария булған көндө ир «Тойота РАВ 4» автомобиле менән идара иткән, көтмәгәндә юлға үгеҙ малы йүгереп килеп сыҡҡан. Һөҙөмтәлә автомобилгә үрҙә әйтелгән хаҡҡа зыян килә. Шулай уҡ автомобиль хужаһы экспертиза өсөн 10 мең һум түләгән.
Суд эште ҡарағандан һуң, водителде оптималь тиҙлек менән хәрәкәт итмәүҙә, ә үгеҙҙең хужаһы малды ҡарап еткермәүҙә ғәйепле, тип таный.
Һөҙөмтәлә фермер автомобиль хужаһына 242 мең һум, дәүләт пошлинаһы өсөн - 3,5 мең һум, экспертҡа - 4,5 мең һум, нотариусҡа 900 һум аҡса түләргә тейеш тигән ҡарар сығара.
Фото: Т. Аманов