Даирә
+24 °С
Ямғыр
Башҡа яңылыҡтар
16 Сентябрь 2022, 06:40

Урлап ҡына металлолом йыйып булмаясаҡ

Башҡортостандың Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаттары тейешле ҡанунға үҙгәрештәр индерергә уйлай.

Урлап ҡына металлолом йыйып булмаясаҡУрлап ҡына металлолом йыйып булмаясаҡ
Урлап ҡына металлолом йыйып булмаясаҡ

Законһыҙ рәүештә металл һыныҡтары йыйыусы, һаҡлаусы, эшкәртеүселәргә штрафтар ярайһы ҙур буласаҡ.

Проектҡа ярашлы, хоҡуҡ боҙоусы шәхси эшҡыуар – 30 мең һум, ә юридик ойошма 200 мең һум түләйәсәк. Ҡорамалдар ҙа тартып алынасаҡ. Бынан тыш, ҡабаттан хоҡуҡ боҙған өсөн штраф күләме ике тапҡыр арттырыла (50 мең һәм 400 мең һум), ойошмаларҙың эшмәкәрлеге 90 тәүлеккә тиклем туҡтатыла.

Бындай язаның металл йыйыу буйынса законһыҙ эшләүселәрҙе кәметәсәгенә өмөтләнәләр.

 

Автор:Фируза Рахматуллина 
Читайте нас