

Көйөргәҙе районының Шәбағыш ауылы мәктәбендә урынлашҡан Александр Пушкин ижадын өйрәнеү үҙәгендә шағирҙың усҡа һыйырлыҡ ҡына китабы бар. Был хаҡта район хакимиәте башлығының социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары Данил Акилов хәбәр итә.
Үҙәктә шулай уҡ классиктың 91 телдә донъя күргән әҫәрҙәре лә һаҡлана, уның ижадына арналған картиналар ҡуйылған, ә мәктәп ихатаһында хатта һәйкәл дә урынлаштырылған.
“Әгәр Пушкиндың иң бәләкәй китабын күргегеҙ килһә, беҙгә килегеҙ”, - ти Данил Акилов. Әйткәндәй, үҙәкте төп булдырыусы һәм Пушкин мираҫын һаҡлаусы – Рафиҡ Әминев.
Фото: Данил Акилов сәхифәһенән.
Автор:Рәмил МАНСУРОВ
https://bashgazet.ru/articles/-bi-t-m-m-ni-t/2022-09-15/pushkindy-i-b-l-k-y-kitaby-k-y-rg-el-2949982