Даирә
+24 °С
Ямғыр
Башҡа яңылыҡтар
15 Сентябрь 2022, 06:02

“Илмира, һеҙгә һоҡланам!”

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров һынауҙар алдында бөгөлөп төшмәгән көслө рухлы Өфө ҡыҙы тураһында яҙҙы. 

“Илмира, һеҙгә һоҡланам!”“Илмира, һеҙгә һоҡланам!”
“Илмира, һеҙгә һоҡланам!”

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров социаль селтәрҙә тағы бер һөйөнөслө яңылыҡ менән уртаҡлашты.

“Беҙҙең Өфө ҡыҙы Илмира Сәлимова халыҡ-ара матурлыҡ  һәм таланттар конкурсында еңеү яуланы. Конкурс Санкт-Петербургта үтте, яҡташыбыҙ “Нева һылыуы – 2022” титулына эйә булды. Мин уның менән бер нисә ай элек танышҡанда, Илмира иҫ киткес маҡсатҡа ынтылышы һәм рух көсө менән таң ҡалдырғайны. 20 йәшлек ҡыҙ бик күп тормош баҫҡыстарын, һынауҙарҙы үткән, әммә ҡаршылыҡтарға ҡарамай, ул тормошто ярата, БДУ-ның Тарих һәм дәүләт идаралығы институтында уҡый, Рима Баталова исемендәге Спорт әҙерлеге үҙәгендә коляскала фехтование секцияһында шөғөлләнә.

Илмира, мин һеҙгә ышандым, шулай һәйбәт килеп сығыуы  өсөн шатмын! Һоҡланам һәм ысын күңелдән еңеү менән ҡотлайым!" - тип яҙҙы Радий Хәбиров. 

Фото: Р. Хәбировтың социаль селтәрҙәге сәхифәһенән. 



Автор:Фируза Рахматуллина 
Читайте нас