

Ҡарламандың ҡуйыртылған һөтөн беҙҙә генә түгел, тотош илдә лә бик яҡшы беләләр. Быға, әлбиттә, уның юғары сифатлы булыуы сәбәпсе. Тәүге эш башлаған көнөнән заводҡа әллә күпме иҡтисади һынауҙар аша үтергә тура килһә лә, һуңғы йылдарҙа предприятие етештереү ҡеүәтен арттырыуға өлгәшә алды. Өҫтәүенә, әле цехта мотлаҡ санитар талаптарҙы үтәү өсөн ремонт эштәре атҡарылды, яңы ҡорамалдар ҡуйылды. Тағы яңы маркировкалау системаһын ғәмәлгә индереү мәсьәләһе лә уңышлы ғына хәл ителде. Бында етештерелгән аҙыҡ-түлек төрҙәрен арттырыу тураһында ла уйлайҙар.
Ҡырмыҫҡалы районы хакимиәтенең матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, күптәр Ҡырмыҫҡалы районының Ҡарламан ауылы адресы менән етештерелгән икенсе төрлө ҡуйыртылған һөттөң ниндәй булыуы, уның сифаты тураһында һорауҙар бирә икән. Баҡтиһәң, был һөттөң Ҡарламан һөт-консерва комбинатына бер ниндәй ҙә мөнәсәбәте юҡ, ә магазиндарҙы бары тик уның түбән хаҡы ҡыҙыҡтыра икән. Шуға күрә иғтибарлы булығыҙ! Ә Ҡырмыҫҡалы районының Ҡарламан ауылындағы һөт-консерва комбинатында етештерелгән ҡуйыртылған һөттө тағы ауыҙ итә аласаҡбыҙ!
Фото: Ҡырмыҫҡалы район хакимиәте.