Даирә
+24 °С
Ямғыр
Башҡа яңылыҡтар
14 Сентябрь 2022, 17:28

Зилдә Хәмиҙуллина. Телевизор...

Әле кеҫә телефондары, компьютерҙәр, ноутбуктар, хәҙерге замандың супер телевизорҙары һәм башҡа гаджеттар беҙҙең төшөбөҙгә лә кермәгән ваҡытта Радигым, “Камазы” менән вахтаһынан эштән ҡайтҡанда, өр яңы телевизор алып ҡайтты.

Зилдә Хәмиҙуллина. Телевизор...Зилдә Хәмиҙуллина. Телевизор...
Зилдә Хәмиҙуллина. Телевизор...

Беҙ ҡатын - ҡыҙ, яңы телевизорҙы ҡәҙерләп, төрөп, ватылып ҡуймаһын тип һаҡлап ҡына алып ҡайтыр инек. Ә Радигым уны ҡумтаһы менән түшәк – ҡаралты япмаһына төргән дә машинаһының арбаһына тейәгән ҡарағай бүрәнәләр өҫтөнә бәйләп алып ҡайтҡан. Алыҫ юлды үтеп ҡайтып еткәнсе был телевизор ниндәй һелкенеүҙәр, һуғылыуҙар үткәргәндер инде, Хоҙай белһен.
“Камаздың” арбаһынан төшөрөп өйгә алып ингәс, был өр яңы телевизорҙың бер генә лампочкаһы ватылғаны асыҡланды.
Мин йәнем көйөп: ”Нишләп уны кабинаңа ғына ултыртып алып ҡайтманың инде? Ватылмай ҡайтыр ине” – тип һуҡранам Радигыма.
“Кабинала урын юҡ ине шул. Мин яңғыҙ йөрөмәйем дә инде, һәр ваҡыт юлдаш була эргәмдә, үҙең дә беләһең бит инде. Ярай ҙур зыян юҡ бит, бер лампочкаһы ғына етмәй, йүнәттереп алырбыҙ әле.”- тип яуаплай һөйөклөм. Шулай итеп боҙолған телевизор урынына бер лампочкаһы ғына ватылған өр яңыһы менеп ҡунаҡланы.
Был телевизорҙың күпме көйәләнеүҙәргә, үпкәләшеүҙәргә килтеререн алдан белгән булһам, шул ”Камаз” арбаһынан селпәрәмә килгәнсе ергә атып бәрер инем дә шуның менән васссәләм, шунда уҡ онот та булыр ине. Әммә беҙ беребеҙ ҙә алда беҙҙе нимә көткәнен белмәйбеҙ шул, бер нисек тә белә лә алмайбыҙ. Ул ваҡыттарҙа телевизорҙың лампочкаһын ауылдың магазинынан һатып алып ҡына ҡуйып та булмай, яҡын тирәлә телевизор йүнәтеүселәр ҙә юҡ ине. Шуға күрә был йәнһеҙ ҡумта өйҙөң түрендә ултыра бирҙе. Уның тураһында онота ла башлағайныҡ инде. Радигымдың һирәк кенә ял иткән көнөндәренең береһендә дуҫы, синыфташы, бажаһы килеп инде беҙгә. Иҫәнләшеп, хәл – әхүәл һорашып, аҙыраҡ ултырғандан һуң, ул:
“Ауылға телевизор йүнәтеүсе килгән, телевизорығыҙҙы күрһәтеп ҡалмайһығыҙмы?” – тип һораны. Бына телевизорҙы төрөп, ҡул санаһына тейәп икәүләшеп сығып китте былар. Мин ҡыуанып тороп ҡалдым, йәнәһе телевизор ниһәйәт эшләп китер тип. Көнө буйы был икәү күренмәне, нимә эшләп йөрөйҙәрҙер, ҡайҙа телевизор йүнәттерәләрҙер, белгән юҡ. Бына тамам эңер төшкәс, ҡайтып инде минең һөйөклөм. Ул аяғында саҡ баҫып тора, иҫерек, әммә ауыҙы ҡолағына еткән. Ә телевизор иһә нисек алып сығып киткәндәр, шулай төрөлгән көйө генә санала ултыра. Күрәһең уны көнө буйына асып та ҡарамағандар, йүнәтеү түгел урынынан да ҡуҙғатмағандар. Минең һуҡраныуыма ҡаршы Радигым мине ҡосаҡлап ғафү үтенә, үтенә йығылып йоҡлап ҡала. Әммә ул төнө буйы ауырып сыға. Араҡы эсә алмағанына ҡарамай эсһә ауырырын белә тороп нишләп эсә икән кеше? Мин былай ҙа ауырыған һөйөклөмә өндәшмәйем, йөрәгемдә ҡайнаған асыуымды эсемә йомоп, шоколад эҙләп магазинға йүгерәм. Эйе, эйе шоколад, шоколад һатып алырға йүгерәм мин. Сөнки башҡа ирҙәр эсһә похмельгә ҡыяр һыуы, айран, ҡоротло һурпа, кәбеҫтә ашы һорай. Ә минең ир аҡһөйәк! Ул похмельдән ауырыһа шоколад ашай. “Зилдә шоколад, шоколад алып ҡайт, шоколад!” – тип ҡысҡырып ята ул ауырыһа. Мин йәлләйем Радигымды, шул тиклем ныҡ йәлләйем, хатта уның менән ҡуша ауырый башлайым һәм йүгерәм магазинға. Сөнки шоколад ашап ул шәбәйә, нисек кенә ныҡ ауырып ятһа ла тороп китә. Әйткәндәй мин үҙем шоколадты ҡабып та ҡарамайым, йәнем һөймәй, бөтөнләй яратмайым. Тәмле – татлы, төрлө шәрбәтле ризыҡтар миңә кәрәкмәй тиерлек, улар минең тәғәмем түгел. Шулай итеп телевизор йүнәтеү операцияһы уңышһыҙлыҡ менән бөттө. Ләкин бөттө тип уйлап мин ныҡ ҡына яңылышҡанмын, был тарихтың бик тә оҙон дауамы бар булып сыҡты.
Анда бында бер ял иткән Радигым, гел эштә йөрөгән кеше араҡы эсмәй, эсергә ваҡыты ла юҡ ине инде. Әммә шул телевизор йүнәтеү һылтауы менән был ишәй менән ҡушай бергә ҡушылып алдылар бит. Саҡ ҡына форсат тыуһа телевизорҙы тейәп алып икәүләшеп сығып китеп эсеп байрам итеү ғәҙәттәренә инә башланы был дуҫтарҙың. Минең ҡәҙемге генә һарыуымды ҡайнатты
инде был хәл. Әллә нисә айға бер эскән икән нимәгә шул тиклем ҡуҙғыйһың? Ундай ғына хәлдәр була инде, онот та тыныслан, эшең менән бул, юҡҡа көйәләнеп бөтөрөнгәнсе, – тип үҙемде үҙем тынысландырырға, уйҙарымды икенсе юҫыҡҡа йүнәлдерергә тырышам. Әммә йәнемдән дә артыҡ күргән һөйөклөмдөң эсеп иҫереп, әҙәм көлкөһө булып, етмәһә боҙоҡ телевизор һөйрәп урамда йөрөгәнен бер ҙә генә теләмәйем шул. Шуға ла янып көйәм, енләнәм, хәләлемде әрләйем. Ләкин бер ниндәй ҙә әрләү, оялтыу, иркәләп, һөйөп әйтеү ҙә, әллә нимә тип ҡурҡытыу, янау ҙа ярҙам итмәне.
Радик менән бажаһы телевизорҙы һылтау итеп урыҡ – һурыҡ булһа ла эсеп байрам итеп алыуҙы дауам итте...
Өс – дүрт тапҡыр шулай ҡабатланғас, был хәл үҙәккә үтеп ялҡытҡас, мин хәләлемә ҡәтғи ультиматум ҡуйҙым:
“Әгәр ҙә тағы ла ошо хәл ҡабатланһа, телевизор һылтауы менән кеше көлдөрөп урамда эсеп йөрөһәң һәм телевизор һаман да йүнәтелмәй ҡалһа мин телевизорыңды онтайым. Бына күр ҙә тор бер тинһеҙ онтайым. Ишет ҡолағың менән, мин һине алдан иҫкәрттем, аҙаҡтан үпкәләштән булмаһын. Ә мин һүҙемдә торғанды һин үҙең дә беләһең.”- тинем мин уға. Мине бик яҡшы аңланы шикелле былай һөйөклөм. Тик миңә шулай тойолған ғына икән шул. Бына тағы бер ҡыш көнө Радигымдың дуҫы йәнә килеп инде беҙгә. Бышын, бышын ғына һөйләшеп былар ипләп кенә шыпын – шыпын йыйына башланылар. Мин ультиматумды һөйөклөмдөң иҫенә төшөрәм:
“Әгәр ҙә хәҙер бажайың менән сығып китһәң яҡшылыҡ көтмә минән,”- тейем мин уға!
“Ярай инде кәләш, дуҫ килгән бит нисек уны ҡыуып сығараһың? Был юлы телевизор йүнәтеүҙең оҫтаһы килгән, ысынлап та мастер тей, үҙебеҙҙекен мотлаҡ йүнәттереп алып ҡайтам.”- тип яуаплай миңә Радигым.
“Яҡшы, тик ультиматумды иҫеңдән сығарма, ишет” – тип ризалашам мин.
Һәм Аллаһы әкбәр, көнө буйына юҡ булды был икәү. Мин инде быларҙы эҙләп сығырға уйлай башланым. Шул саҡта беҙҙән дүрт өй аша ғына йәшәгән Мирғәле ҡәйнештең улы килеп инде.
“Зилдә инәй мине әсәйем ебәрҙе һеҙгә. Инәйең 1 литр араҡы биреп ебәрһен әле, олатайың телевизорын йүнәттереп алып ҡайта тип әйтергә ҡушты”- тей был бала. Мин асыуымдан уртымды сәйнәп, көскә һорайым:
“Ҡайҙа улар? Мастер ысын килгәнме? Беҙҙең телевизорҙы йүнәткәндәрме? Олатайың иҫерекме?”- минең бөтмәҫ һорауҙарыма ҡыҫҡа, ҡыҫҡа ғына яуап бирә малай:
“Улар беҙҙә, мастер ысын килгән, юҡ йүнәтмәгән әле. Беҙҙекен йүнәтә, шунан һеҙҙекен тине. Олатай иҫерек”.
“Бар ҡайтып араҡы юҡ, инәй бирмәй тип әйт. Башҡаса улайтып араҡы һорарға йөрөмә, ул балалар үтәй торған йомош түгел,”- тип малайҙы ҡайтарып ебәрәм. Үҙем өҫтөмә унан – бынан ғына кейем эләктерәм дә Мирғәле ҡәйнештәргә йүгерәм. Шул тиклем енләнгәнмен, артымдан ҡар бураны ғына уйнап ҡала. Барып инһәм бахыр телевизорым соланда төрөлгән көйө санала етемһерәп ултыра. Өйгә инһәм, унда мәжлестәренең ҡыҙған ғына мәле. Төптәрәк бер ир егет Мирғәленең телевизорын соҡой. Ә ал яҡта дүрт – биш ир йырлап тороп мәжлес ҡороп ултыралар. Был хәл мине сығырымдан сығара.
Мин бар көсөмә өҫтәлдән ашъяулыҡты булған һауыт – һабаһы, шешәләре менән бергә һөйрәп төшөрәм дә өҫтәлде ырғыта тибәм. Өйҙә тәрән тынлыҡ урынлаша, әйтерһең дә берәү ҙә юҡ, яңы ғына шау – шыу, йыр гөрләп тормаған. Барыһын да кандрашка һуҡтымы ни, шымып инеп киттеләр. Ә Мин Радигыма осоп ҡунам, уны елтерәтеп һөйрәп торғоҙам:
“Мин һиңә күпме әйттем, күпме инәлдем етәр, ҡуй был ҡылығыңды тип. Яманлыҡ менән дә яҡшылыҡ менән дә аңламаның бит. Инде миңә ҡарап үпкәләмә, йәне теләгән йылан ите ашаған. Мә теләгәнеңде ал! – тип бар асыуымды һалып Радигымдың битенә усым менән сәпәйем дә атылып соланға сығам. Ишек төбөндә торған көрәктеңме, һәнәктеңме һабын тотоп алып телевизорҙы бәргеләйем, ул бирешергә уйламай ҙа, шылт та итмәй. Ә ә ә шулаймы ни әле тип, мин телевизорҙы төрөп ныҡ итеп бәйләнгән япмаһын тағатам да бар көсөмә экранын һап менән туҡмайым. Юҡ бирешмәй телевизор, бына ҡайҙа ул совет заманының ныҡ сифатлы тауары! Бер нимә лә ала алмай уны. Эшкә ашмаған таяҡты ырғытам да телевизорҙы ауҙара тибеп сығып китергә ыңғайлайым. Һәм ишек башында ятҡан сүкеште күреп ҡалам. Ынтылып сүкеште эләктереп алам да телевизорҙың экранына тондорам. Ул борҡ итеп шартлап ярыла, унан ниндәйҙер
төтөн һымаҡ аҡ боҫ урғылып сыға. Мин бер нәмәгә лә ҡарамай, туҡтамай телевизорҙы ҡулымдағы сүкеш менән туҡмап, онтап, типкеләп, бер лампочкаһы ла ҡалмаҫлыҡ итеп (ҡалдырһаң шуны һатып эсә башламаҫ тимә уларҙы тип) изып, тапап ҡумтаһын һындырып, теткеләп, өҫтөндә бейеп, бейеп иҙәнгә йәйеп һалам да елдереп ҡайтып китәм.
Мин телевизорҙы таяҡ менән бәргеләй башлағанда Мирғәле ҡәйнештең ҡатыны Замира килен соланға сығып:
“Зилдә еңгәй нишләп улайтаһың? Ҡуй тыныслан” – тип мине туҡтатырға маташып ҡараны. Ләкин үтә енләнгән минең:
”Нимә, һиңә лә кәрәкме?” – тип уға таяҡ менән һелтәнгәнемдән ҡасып өйгә инеп китергә мәжбүр була. Әммә мин сығып китеп барғанды ишекте ҡыҫып ҡына асып ҡарап ҡала ул. Инде мин урамға сығып баҫҡанда уның бер солан итеп:
“Алла! Алла! Алла! Ыстааа!”- тип һандырағаны ап – асыҡ ишетелеп ҡала.
Артымдан буш сана менән япма тотҡан Радигым йүгереп ҡайтып инә. Ул да ярһыған, асыуланған, ҡып – ҡыҙыл булған. Ҡулындағы әйберҙәрҙе атып - бәреп ул миңә килеп йәбешә:
“Нишләп мине оятҡа ҡалдырып улайтып йөрөйһөң! Кешенең донъяһының аҫтын өҫкә килтереп, аҡтарып сығып китәһең. Хәҙер үлтерәм бит мин һине!”- тип һөйөклөм минең яуырындарымдан матҡып тотоп ала.
“Әйҙә үлтер, үлтер! Үлтер! Шешәләш дуҫтарың ҡотортоп ҡайтарҙымы? Телевизорын онтаған өсөн ҡатынын үлтергән тигән дан алырһың! Биш балаңды етем итеп, яңынан әсәй эҙләрһең! Әйҙә үлтер! Боҙоҡ телевизор һөйрәп араҡы эсеп йөрөүҙе оят күрмәгән, араҡы эсеүен ғаиләһенән артыҡ күргән, шул ҡылығы менән балаларының күңелен ҡыйып йөрөгәнен уйламаған, бар кеше алдында, ауылда хур булып йөрөүен аңламаған ир менән йәшәгәнсе үлгәнең артыҡ. Әйҙә үлтер! Үлтер!” – тип мин Радигыма ябырылам. Ул ҡапыл ҡулдарын ысҡындыра, мине тәүгә күргәндәй күҙҙәрен ҙур асып ғәжәпләнеп бер килке текләп тора. Шунан:
“Эййй һииинннеее!!!” – тип ҡул һелтәй ҙә ҡырҡа боролоп сығып китә...
Иртәнсәк таң менән мин йоҡонан торғанда өй эсе йылы, мейестә
күңелле сыртлап ут яна ине. Радигым мейескә ут тоҡандырып, өй йылытырға ла, тышҡа сығып китергә лә өлгөргән ине инде. Мин һыйырҙарҙы һауырға сыҡҡанда ул, ишек алдындағы төндә яуған ҡарҙы көрәп мунсаға, утынлыҡҡа, усаҡлыҡҡа, һарайға, урамға юлдар һалып сыҡҡан. Һарайҙағы малға бесән таратып һалған, быҙауҙарға ла, бәрстәргә лә бесән алып инеп бәйләгән. Һыйырҙарҙың ятҡан ерҙәрен тиҙәктән таҙартып, түшәлгән һаламын алыштырған. Һай кәритә менән картуфлыҡҡа тиҙәк сығарып ташып түгеп йөрөй ине. Һауылған һөтлө күнәктәрҙе өйгә алып инеп сыҡҡас, миңә быҙауҙарға һөт эсерергә ярҙам итә. Шунан мунсаға һыу ташып, мейесенә ут яғып ебәрә. Кискелеккә өй мейесенә яғырға утынлыҡтан утын, тап, туҙ ташып ҡуя. Өйгә һыу алып инеп флягаларға тултыра. Мин сепараттан һөт үткәргәнсе ул самауырға һыу тултырып, торбаһына мейестән ҡуҙ һала. Самауыр тиҙ үк ҡайнап та сыға, Радигым сәйнүкте ҡайнар һыу менән сайҡатып түгә лә яңынан сәй һалып самауырҙан ҡайнап торған һыу ағыҙа, өйгә тәмле сәй еҫе тарала.
Был эштәрҙең барыһын да Радигым телһеҙ кеше һымаҡ өнһөҙ - тынһыҙ башҡара, исмаһам бер өн дә, бер һүҙ ҙә сыҡмай ауыҙынан. Мин дә өндәшмәйем, бөтөнләй хәбәр һөйләмәйем. Сөнки бик яҡшы аңлайым һөйөклөмде. Ул ауырый, көслө похмель уны йығып алып бара. Әммә ул бер ым менән дә хәлен һиҙгертмәй миңә. Төндә лә тауыш, тын сығарманы, хәҙер ҙә шымып инеп киткән, шоколад та һорамай. Мин дә һаман өндәшмәй генә уны күҙәтәм, йөҙө ап - аҡ булған ғәзиземдең. Мин уны йәнем өҙөлөп йәлләйем, һуҡранып әйтер һүҙҙәрем ҡайҙалыр китеп юҡ була, былай ҙа ауырыған Радигыма бер яман һүҙ ҙә әйткем килмәй. Үпкәләүемде йөрәгемдән һыпырып ырғытып, уның алдына бер һауыт шоколад сығарып ултыртам, сәй яһап бирәм. Радигым күҙҙәре менән иркәләп кенә миңә рәхмәтен белдерә. Ул бер шоколадты тышынан әрсеп ҡаба ла күҙҙәрен йомоп башын стенаға һөйәй, бөтөнләй ҡымшанмай, әйтерһең ҡатып ҡалған. Бер аҙҙан ул тағы бер шоколадты алып ҡаба, сәйен һемереп ҡуя. Ярты сәғәттән өс, дүрт шоколадтың башына еткәс уның йөҙөнә ҡыҙыллыҡ йүгерә, күҙҙәренә йән керә.
Иҫ китерлек хәл! Похмельдән шоколад менән шәбәйеп булғанға ғүмерҙә лә ышанмаҫ инем, үҙем шундай кеше менән йәшәмәһәм. Ысынлап тороп шоколад минең Радигымды терелтә. Әйткәндәй ул араҡы
эскән ваҡытта ла шәрбәтле ризыҡ ашай, йә шәкәрле ҡайнатма, йә бал, йә шоколад, йә татлы торт ҡаба. Ә похмельдән инде тик шоколад кәрәк уға. Мунса әҙер булғас, инеп йыуынып сыҡҡан һөйөклөм элекке хәленә ҡайта. Минең алдымда инде телһеҙ, ауырып үлеп барған бахыр ир түгел, ә минең йәнемдән дә артыҡ күреп һөйгән аҫыл йәрем пәйҙә була. Ул һаман да әле һөйләшмәй, өндәшмәй генә мине ҡосаҡлап, иркәләп ғафү үтенә. Мин дә бер өн дә сығармай ғына уның ғафү үтенеүен ҡабул итәм. Бар асыуланышыуҙар, үпкәләшеүҙәр, рәнйеүҙәр онотола, арабыҙҙа хөкөм һөргән мөхәббәт, һөйөү хисе еңеп сыға, беҙ тағы ла бер бөтөн. Ҡәҙемге һөйләшерлек хәлгә килгәс, теле асылғас Радигым миңә лә, балаларына ла һүҙ бирә. Башҡа бер ваҡытта ла урамда кеше көлдөрөп эсеп йөрөмәҫкә, эсеүе менән балаларының күңеледәрен ҡыймаҫҡа, мине эсеп көйҙөрмәҫкә тырышасағын белдерә ул беҙгә. Ҡалған ғүмере буйына ошо биргән һүҙендә торасаҡ минең һөйөклөм, башҡа бер ваҡытта ла эсеп урамда йөрөмәйәсәк...
Был тарих онотолоп бөткәс, күп йылдар үтеп киткәс уйламағанда иҫләтәсәктәр әле уны беҙгә. Ҙур ҡыҙым Зәниәнең 16 йәшенә бүләк алып бирергә була өләсәһе:
”Зәниә ҡыҙым ниндәй бүләк алып бирәйем һинең тыуған көнөңә? Джинсовкамы (джинса туҡымаһынан тегелгән йәйге еңел кейем - куртка) әллә магнитофонмы?” – тип һораған. Ул ваҡытта джинсовка ла, Бомбокс магнитофоны ла яңы модаға ингән генә сағы ине. Ҡыҙым - бала кеше әлбиттә магнитофон һораған. Әсәйем аҙыраҡ уйланып ултырған да :
“Ҡуй балам, бирле әсәйеңден ене ҡуҙһа телевизорығыҙҙы онтаған шикелле магнитофоныңды ла тапап изып ташлар, бүләкһеҙ ҡалырһың шунан, джинсовка алып бирһәм яҡшыраҡ булыр ул.” – тигән дә джинсовка алып кейҙергән.
Ул джинсовка һаман да бар әле...

Автор:Фируза Рахматуллина 
Читайте нас