Даирә
+24 °С
Дождь
Башҡа яңылыҡтар
14 Сентября 2022, 05:04

Трассалар заманса һәм хәүефһеҙ булырға тейеш

Был - республиканың киләсәгенә, халыҡтың уңайлылығына, хәрәкәт итеү именлегенә өлөш индереү ул.

Трассалар заманса һәм хәүефһеҙ булырға тейешТрассалар заманса һәм хәүефһеҙ булырға тейеш
Трассалар заманса һәм хәүефһеҙ булырға тейеш

Кисә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров уҙғарған "Транспорт сәғәте"ндә федераль һәм төбәк әһәмиәтендәге юлдарҙы төҙөү, реконструкциялау һәм ремонтлау пландары тикшерелде.

Республиканың транспорт һәм юл хужалығы министры Александр Булушев 2023-2024 йылдарҙа федераль трассаларҙы проектлауға, төҙөүгә һәм реконструкциялауға 70 миллиард һум самаһы йәлеп ителәсәген хәбәр итте. Сағыштырыу өсөн, 2022 йылда бүленгән финанслау күләме - 23 миллиард, 2021 йылда 8,6 миллиард һум тәшкил иткән. Кәңәшмәлә ҡатнашыусылар төбәктең транспорт селтәрен үҫтереүсе иң эре объекттарҙы ҡараны. Әйтәйек, М-5 "Урал" федераль трассаһында 2022 йылда Туймазы һәм Бүздәк райондарында 11 километр юлды төҙөкләндергәндән һуң файҙаланыуға тапшырыу күҙаллана.

2022 йылдың аҙағына тиклем Иглин районында М-5 трассаһының тағы 16 километрын реконструкциялау проекты раҫлау үтергә тейеш. 2023 йылда шулай уҡ баш ҡаланың Дим районында, Үҙәк урамы буйлап М-5 трассаһынан Өфөгә ингән ерҙе төҙөкләндереү башланасаҡ. Бынан тыш, республиканың Өфө, Иглин, Благовар, Туймазы һәм Бүздәк райондарында федераль юлдың 63 километр участкаһын ремонтлау дауам итә.

М-7 "Волга" трассаһында киләһе йылда Өфө районында 10 километрлыҡ участканы төҙөкләндереүҙе тамамлау күҙаллана. Дүртөйлө районында был юлдың тағы 20 километрын яңыртыу 2024 йылда тамамланасаҡ. 2024 йылдың аҙағына тиклем Исәмәт, Үрге Йәркәй, Лаяшты, Ишҡар һәм Әсән ауылдарын урап үткән М-7 трассаһының 61,5 саҡрымлыҡ яңы участкаһын төҙөү проекты ла дәүләт экспертизаһының ыңғай һығымтаһын алған. Был күләмле федераль проекттың бер өлөшө булып тора, уны Рәсәй Президенты Владимир Путин ҡушыуы буйынса төҙөйҙәр.

Р-240 "Өфө - Ырымбур" трассаһын модернизациялауҙың төп объекты булып Стәрлетамаҡты урап үткән 23 километрлыҡ участка тора. Юлдың киңлеген дүрт һыҙатҡа тиклем еткереү, уны капиталь ремонтлау проекты Дәүләт экспертизаһы идаралығында тикшереү үтә. Эштәрҙе 2023 - 2025 йылдарҙа башҡарыу күҙаллана.

- Трассаның 72-се саҡрымында, Ауырғазы районының Яңы Кәлсер ауылы эргәһендә, йыш ҡына ер ишелгән осраҡтар күҙәтелә. Беҙ ошо участканы төҙөкләндереү проектын әҙерләнек, 2023 йылда эштәрҙе финанслауға Федераль юл агентлығына ғариза ебәрҙек, - тип белдерҙе Александр Булушев.

Башҡортостан Башлығы төбәктә юл селтәрен яңыртыу һәм киңәйтеү темпын юғары баһаланы.

- Юлдарҙа ремонт әүҙем бара. Был эш өсөн ҙур рәхмәт. М-5 һәм М-7 трассалары заманса һәм хәүефһеҙ булырға тейеш. Был - республиканың киләсәгенә, халыҡтың уңайлылығына һәм хәрәкәт итеү именлегенә өлөш индереү, - тип билдәләне Радий Хәбиров.

Фото: glavarb.ru

Автор:Фируза Рахматуллина 
Читайте нас