Даирә
+24 °С
Ямғыр
Башҡа яңылыҡтар
14 Сентябрь 2022, 04:19

Күмертау "шайморатовсылары" - иң етеҙе

Улар ярыштарҙа абсолют еңеүсе тип танылды һәм Рәсәй Геройы Миңлеғәле Шайморатов исемендәге күсмә Кубокка эйә булды.  

Күмертау "шайморатовсылары" - иң етеҙеКүмертау "шайморатовсылары" - иң етеҙе
Күмертау "шайморатовсылары" - иң етеҙе

Ағымдағы уҡыу йылында Башҡортостан дөйөм белем биреү ойошмаларында 79 "Шайморатов класы" асылған.

2022 йылдың 13 сентябрендә "Авангард" хәрби-патриотик тәрбиә биреү үҙәгендә Рәсәй Геройы Миңлеғәле Шайморатов исемендәге күсмә Кубокка "Йәйге Шайморатов уйындары" уҙғарылды. Сараны тантаналы рәүештә Башҡортостандың мәғариф һәм фән министры урынбаҫары Әлфиә Ғәлиева асты.

Был уйындарҙа ҡатнашыу өсөн республиканың дөйөм белем биреү ойошмаларынан 40 команда һайлап алынған. Ярыш программаһы сараларға бай булды, етеҙлек талап ителгән конкурстар тәҡдим ителде, тапҡырлыҡ, зирәклек күрһәтергә лә кәрәк ине. Был мауыҡтырғыс ярыштың бөтә этаптары ла көсөргәнешле көрәштә үтте.

"Күмертау ҡалаһы 10-сы урта дөйөм белем биреү мәктәбенең “Шайморатов класы” командаһы "Йәйге Шайморатов уйындары"нда абсолют еңеүсе тип танылды һәм Рәсәй Геройы Миңлеғәле Шайморатов исемендәге күсмә Кубокка эйә булды. Иң яҡшы 20 команда иҫәбенә шулай уҡ Архангел, Белорет, Благовар, Йылайыр, Илеш, Ҡалтасы, Кушнаренко, Стәрлебаш, Тәтешле, Нуриман, Өфө райондары, Межгорье, Салауат, Стәрлетамаҡ, Өфө ҡалаларының “Шайморатов класы” командалары инде", - тине Мәғариф һәм фән министрлығы вәкиле Илдус Ҡаһарманов.

"Йәйге Шайморатов уйындары"нда еңеүселәр Республика көнөндә Өфөлә Рәсәй Геройы генерал-майор Миңлеғәле Шайморатов һәйкәлен асыуҙа һәм “Шайморатовсылар” ға тантаналы бағышлауҙа ҡатнашасаҡ.

Фото: Мәғариф һәм фән министрлығы.

Автор:Фируза Рахматуллина 
Читайте нас