Даирә
+24 °С
Ямғыр
Башҡа яңылыҡтар
14 Сентябрь 2022, 04:52

Бер мөрәжәғәт тә яуапһыҙ ҡалмай

Йыл башынан Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың постарын 54,5 миллион кеше ҡараған.

Бер мөрәжәғәт тә яуапһыҙ ҡалмайБер мөрәжәғәт тә яуапһыҙ ҡалмай
Бер мөрәжәғәт тә яуапһыҙ ҡалмай

Башҡортостандың иң популяр блогерҙарының береһе - республика Башлығы Радий Хәбиров. Төбәктә үҙ сәхифәләрен ул 2018 йылдан алып бара: "Бәйләнештә" - https://vk.com/radiyhabirov, "Класташтар" - https://ok.ru/radiyhabirov. 2022 йылдың башында республика Башлығының телеграм-каналы https://t.me/radiyhabirov барлыҡҡа килде.

2022 йылдың 13 сентябренә ҡарата Башҡортостан Башлығына 295 434 кеше яҙылған. 2019 йылдың 1 ғинуарынан уның постарына 590549 кеше комментарий яҙған.

Уның постарын аҙнаһына 1 миллион 800 мең кеше ҡарай. Республикаға идара итеү үҙәге мәғлүмәттәренән күренеүенсә, быйыл постарҙы 54,5 миллион кеше ҡараған.

Радий Хәбировтың иҡтисадҡа арналған постары күп. Мәҫәлән, "Фабрик Косметик" компанияһының эш башлауы, уңыш йыйыу, яңы объекттар төҙөү һ.б тураһындағы постар халыҡ ҡыҙыҡһынып уҡый.

Радий Фәрит улы ябай кешеләр тураһына ла күп яҙа. Тәбиғәт, илһөйәрлек темаһына арналған постар халыҡҡа оҡшай. Шәхси темаға арналған мәғлүмәттәр ҙә күп тауыш йыя.

Республика Башлығына юлланған бер генә мөрәжәғәт тә яуапһыҙ ҡалмай. Уларҙың барыһы ла Республикаға идара итеү үҙәгенең “Инцидент-менеджмент” системаһына эләгә. Мәсьәлә хәл ителгәнсе, үҙәк хеҙмәткәрҙәре уны контролдә тота.  

“Социаль селтәрҙәр күп ваҡыт талап итә. Шуға ҡарамаҫтан, республика Башлығы бер генә мөрәжәғәтте лә иғтибарҙан ситтә ҡалдырмай. Асыҡлыҡ, һәр мөрәжәғәткә яуап биреү, халыҡты борсоған проблемаларҙы сифатлы хәл итеү – Радий Хәбиров беҙҙең алға шундай бурыстар ҡуя. Социаль селтәрҙәр – эшмәкәрлекте яҡтыртыусы, фекер уртаҡлашыу, аралашыу өсөн ыңғай мәғлүмәт майҙаны”, - ти Башҡортостан Башлығының социаль коммуникациялар буйынса идаралығы начальнигы Елена Прочаковская.

Фото республика Башлығының сәхифәһенән.

Автор:Фируза Рахматуллина 
Читайте нас