Даирә
+24 °С
Ямғыр
Башҡа яңылыҡтар
14 Сентябрь 2022, 09:25

Башҡортостанда ҡарабойҙайҙан юғары уңыш көтөлә

Илдә ҡарабойҙайҙан юғары уңыш көтөлә, ти "Башинформ" агентлығы

Башҡортостанда ҡарабойҙайҙан юғары уңыш көтөләБашҡортостанда ҡарабойҙайҙан юғары уңыш көтөлә
Башҡортостанда ҡарабойҙайҙан юғары уңыш көтөлә

Илдә ҡарабойҙайҙан юғары уңыш көтөлә, тулайым йыйым 2021 йылғы кимәлдән артыр тип фаразлана, ти "Башинформ" агентлығы. Башҡортостанда был культураның уңышы  һәйбәт, гектарынан 12,9 центнер тәшкил итә, тип хәбәр итә республика Ауыл хужалығы министрлығының матбуғат хеҙмәте.

Башҡортостан – әлеге культураны үҫтереү буйынса алдынғы төбәктәр иҫәбендә. Алтай крайы, Курск, Воронеж һәм Орел өлкәләре менән бер рәттән, тулайым йыйымдың яҡынса 75% беҙҙең республикаға тура килә. Ауыл хужалығы культураһы илдең 49 субъектында үҫтерелә.

Башҡортостанда ҡарабойҙай майҙандарының 45% ашыуы һуғылған, тулайым һуғып алыу 42,5 мең тонна тәшкил иткән. Ҡарабойҙайҙы тулайым йыйыу буйынса Илеш, Кушнаренко, Балтас райондары алдынғылыҡты бирмәй.

https://www.bashinform.ru/news/economy/2022-09-14/v-bashkirii-ozhidaetsya-vysokiy-urozhay-grechihi-2948286

Автор:Роман Якимчук
Фото: башинформ.ру
 
 
Автор:Фируза Рахматуллина 
Читайте нас