Даирә
+24 °С
Ямғыр
Башҡа яңылыҡтар
14 Сентябрь 2022, 09:13

Башҡортостан Луганскиға янғын һүндереү машинаһы ебәрҙе

Донбассҡа 29-сы гуманитар ылау ебәрелде.  

Башҡортостан Луганскиға янғын һүндереү машинаһы ебәрҙеБашҡортостан Луганскиға янғын һүндереү машинаһы ебәрҙе
Башҡортостан Луганскиға янғын һүндереү машинаһы ебәрҙе

Бөгөн республика етәксеһе Радий Хәбировтың ҡушыуы буйынса Донбассҡа 29-сы гуманитар ылау ебәрелде. Ылау 8 фуранан, 82 мең тонна төҙөлөш материалынан тора. Ярҙамдың күп өлөшө М. Шайморатов исемендәге 22-се Петровск мәктәбенә тәғәйенләнгән. Тағы ла 30 мең тонна ярҙам Мариуполгә йорттарҙы тергеҙеү өсөн ебәреләсәк.

Гуманитар ылау менән бергә «Урал-5557» янғын һүндереү машинаһы ла барасаҡ. Ул Красный Луч ҡалаһын хеҙмәтләндерәсәк.

Барлыҡ гуманитар ярҙам ЛХР һәм ДХР халҡының ихтыяжы буйынса төҙөлгән.

 
 
 
Автор:Фируза Рахматуллина 
Читайте нас