Даирә
+24 °С
Ямғыр
Башҡа яңылыҡтар
14 Сентябрь 2022, 04:29

Ауырыу бала тәрбиәләү буйынса эшкә яраҡһыҙлыҡ ҡағыҙы нисек түләнә?

Эшләүсе ата-әсәнең береһе сирле баланы тәрбиәләү буйынса эшкә яраҡһыҙлыҡ ҡағыҙы юллай ала. 

Ауырыу бала тәрбиәләү буйынса эшкә яраҡһыҙлыҡ ҡағыҙы нисек түләнә?Ауырыу бала тәрбиәләү буйынса эшкә яраҡһыҙлыҡ ҡағыҙы нисек түләнә?
Ауырыу бала тәрбиәләү буйынса эшкә яраҡһыҙлыҡ ҡағыҙы нисек түләнә?

Эшләүсе ата-әсәнең береһе сирле баланы тәрбиәләү буйынса эшкә яраҡһыҙлыҡ ҡағыҙы юллай ала. Уны электрон төрҙә асырға мөмкин, ә уның асылыуы, оҙайтылыуы, ябылыуы йәки түләнеүе тураһындағы белдереү «Дәүләт хеҙмәттәре»ндәге шәхси кабинетҡа ебәрелә: vk.cc/cfy6cT.

Ғаиләнең ауырыу ағзаһын тәрбиәләгәндә ваҡытлыса эшкә яраҡһыҙлыҡ буйынса пособие нисек түләнә:
- Сирле баланы 8 йәшкә тиклем ҡарау
Стационарҙа йәки амбулатор дауалауға ҡарамаҫтан, бала ауырыған осор уртаса эш хаҡының 100 проценты күләмендә түләнә.
Уртаса эш хаҡына хеҙмәткәрҙең Социаль страховкалау фондына страховка иғәнәләре түләнгән бөтә түләү төрҙәре һәм бүләкләүҙәре инә. Ул страховка осрағы башланыр алдынан килгән ике календарь йыл өсөн билдәләнә.

- 7 йәшкә тиклемге баланы ҡарау буйынса пособие түләүҙең оҙайлылығы:
  сирле бала тәрбиәләүҙең бөтә осраҡтарында ла календарь йылда эшкә яраҡһыҙлыҡ буйынса 60 көн;
  әгәр баланың сире Һаулыҡ һаҡлау министрлығының ошо исемлегенә индерелгән булһа, календарь йылда 90 көн: vk.cc/cfy6lq

Эшсенең алдағы ике календарь йылда килеме булмаған йәки килеме түбән булған осраҡтар бар. Ул саҡта пособие минималь хеҙмәт хаҡынан сығып иҫәпләнәсәк, Башҡортостанда уның күләме, район коэффициентын иҫәпкә алып, 17 570, 85 һум тәшкил итә.

- 8 йәшлек һәм унан олораҡ ауырыу баланы тәрбиәләү
Түләү түбәндәге ҡағиҙәләр буйынса башҡарыла:

  әгәр бала өйҙә дауаланһа, тәүге 10 көн өсөн ата-әсәгә пособие страховка стажынан сығып, ә артабанғы көндәр өсөн уртаса эш хаҡының 50 проценты күләмендә түләнә;
  бала стационарҙа дауаланһа, пособие хеҙмәткәрҙең страховка стажынан сығып иҫәпләнә.
Страховка стажы - эш биреүсе хеҙмәткәр өсөн страховка иғәнәләре түләгән осор. Йәғни пособиеның күләме хеҙмәткәрҙең эшләгән ваҡытына бәйле. Әгәр страховка стажы 5 йылға тиклем булһа, ата-әсәгә уртаса эш хаҡынан - 60 процент, 5-8 йыл булһа - 80 процент, 8 йылдан ашыуыраҡ эшләһә, 100 процент түләнә.

- 7 - 15 йәшлек баланы тәрбиәләгән осраҡта түләү календарь йылда 45 көндән артмаҫҡа тейеш. Сирҙең бер осоро 15 көнгә тиклем дауам итеүе мөмкин.

- Сирле ғәрип бала тәрбиәләү
Дөйөм ҡағиҙәләр буйынса түләнә. Эшкә яраҡһыҙлыҡ ҡағыҙы буйынса түләү осоро оҙайлығы бала ҡараған бөтә осраҡта ла календарь йылда 120 көндән артмай.

Ниндәй осраҡтарҙа эшкә яраҡһыҙлыҡ ҡағыҙы сикләүһеҙ түләнә:
  әгәр ата-әсәһе вакцинан һуңғы өҙлөгөүгә йәки яман шешкә дусар булған 18 йәшкә тиклемге балаһын тәрбиәләгәндә;
- әгәр 18 йәшкә тиклемге бала, ВИЧ-инфекциялы булып, стационарҙа дауаланған осраҡта.

- Әгәр бала түләнгән осорҙан оҙағыраҡ ауырыһа, нимә эшләргә?

Ата-әсәләр һәм туғандар сиратлап эшкә яраҡһыҙлыҡ ҡағыҙын юллай ала.

Ваҡытлыса эшкә яраҡһыҙлыҡ ҡағыҙы буйынса пособие түләүгә бәйле һорауҙар менән 8 (347) 262-70-10 номерын буйынса Социаль страховкалау фондының ҡыҙыу линияһына мөрәжәғәт итергә мөмкин.

Автор:Фируза Рахматуллина 
Читайте нас