Даирә
+24 °С
Ямғыр
Башҡа яңылыҡтар
13 Сентябрь 2022, 10:53

Автомобилдәрҙе газ яғыулығына күсереүгә ярҙам бүленә

Транспорт сараларын газ (метан) яғыулығына күсереүгә дәүләт ярҙамы Башҡортостанда быйыл да дауам итә. Өҫтәүенә бонус картаһы ла бирәләр. 

Автомобилдәрҙе газ яғыулығына күсереүгә ярҙам бүленәАвтомобилдәрҙе газ яғыулығына күсереүгә ярҙам бүленә
Автомобилдәрҙе газ яғыулығына күсереүгә ярҙам бүленә

Транспорт сараларын газ (метан) яғыулығына күсереүгә дәүләт ярҙамы Башҡортостанда быйыл да дауам итә.

Ул бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡты, шул иҫәптән шәхси эшҡыуарҙарҙы һәм үҙмәшғүлдәрҙе яҡлауға йүнәлтелгән.

“Транспорт сараларын газлы мотор яғыулығына күсереү программаһына быйыл республика ҡаҙнаһынан 58,4 миллион һум бүлеү ҡаралған. Бәләкәй һәм урта эшҡыуарҙар экономиялауҙы 43 процентҡа еткереү мөмкинлеге биргән юғары коэффициентҡа дәғүә итә ала. Субсидия күләме транспорт сараһының төрөнә һәм үлсәменә бәйле. Еңел автомобиль өсөн ул 48 меңдән алып 75 мең һумға тиклем, “Газель” тибындағы еңел йөк машиналары өсөн – 86 мең, автобустар һәм йөк машиналары өсөн 300 мең һумға ҡәҙәр булырға мөмкин”, – тип аңлатма бирҙе Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров.

“Газпром газомоторное топливо” компанияһы быйыл ошо программала ҡатнашҡандарҙың барыһына  ла махсус яғыулыҡ картаһы бирә. Уның буйынса 48000 ЭкоБонус алыу форсаты бар, был иһә яғыулыҡты 50 процентҡа тиклем экономиялау мөмкинлеге бирә.

Фото: pravitelstvorb.ru

Автор:Фируза Рахматуллина 
Читайте нас