

18 сентябрҙә Башҡортостандың Халыҡ инструменттары милли оркестры Рәсәй буйлап гастролдәргә сығырға йыйына. Сәфәр “Беҙ – Рәсәй” федераль программаһы сиктәрендә ойошторола.
Башҡортостандың Халыҡ инструменттары милли оркестрының художество етәксеһе, баш дирижер Линар Дәүләтбаев әйтеүенсә, коллектив оҙайлы сәфәргә тулыһынса әҙер.
Гастролдәр Ҡурған өлкәһендә башлана, унан инде ижадсылар Төмән тарафтарына юллана, ундағы филармонияла ҙур концерттар көтөлә. Милли оркестрҙың туры артабан Чебоксар, Ҡазан, Яр Саллыла дауам итә һәм Ижевск ҡалаһында тамамлана.
Фото: Башҡортостандың Халыҡ инструменттары милли оркестры.