

Мәғариф һәм фән министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, 16 сентябрҙән республикала 2021 -2022 уҡыу йылы йомғаҡтары буйынса Башҡортостан Башлығы премияһына дәғүә итеүселәрҙән документтар ҡабул ителә башлай.
Уҡыусыларға һәм уларҙың остаздарына премиялар Радий Хәбировтың указы менән раҫланған. Бөтә Рәсәй олимпиадаһында еңеүселәр, шулай уҡ уларҙы әҙерләгән педагогтарға — 100 мең, призёрҙарға 60 мең һум түләнә.
Мәғариф һәм фән министрлығы исемлегенә ингән олимпиада еңеүселәре һәм призёрҙарына — 10 һәм 5 мең, башҡорт теле һәм әҙәбиәтенән төбәк-ара олимпиада еңеүселәренә һәм призерҙарына 5 һәм 3 мең һум бирелә.
Документтар 30 сентябргә тиклем түбәндәге адрес буйынса ҡабул ителә: 450077, Башҡортостан Республикаһы, Өфө ҡалаһы, Театр урамы, 5/2 (305-се бүлмә). Документтар электрон төрҙә ҡабул ителмәй.
Фото: Т. АМАНОВ.