

Кисә кис Баймаҡ ҡалаһында авария була һәм унда ике бәләкәй бала зыян күрә. Был турала үҙенең Телеграм-каналында Башҡортостан буйынса ЮХХДИ етәксеһе Владимир Севастьянов хәбәр итте.
Авария Салауат Юлаев урамында була. Сибай ҡалаһында йәшәгән 39 йәшлек ир Peugeot 207 автомобилендә транспортына идараны юғалта һәм юлдан оса. Аҙаҡ иһә ағасҡа ла барып төкөлә. Был ваҡытта машина эсендә өс һәм биш йәшлек ике бала ла ултырған. Улар төрлө йәрәхәттәр алған һәм дауаханаға оҙатылған.
Шуныһы, аҙаҡ асыҡланыуынса, рулдә ултырған атай кеше был ваҡытта иҫерек булған. Медицина тикшереүе уның ҡанында 0,661 промилле алкоголь тапҡан.
“Балаларҙың береһе автомобилдә махсус креслоһыҙ ултырған. Юл-транспорт ваҡиғаһы факты буйынса тикшереү башланды, – тип хәбәр итте төбәк дәүләт автоинспекцияһы етәксеһе Владимир Севастьянов. – Хөрмәтле водителдәр, эскән килеш руль артына ултырып, үҙегеҙҙе генә түгел, башҡа юл хәрәкәтендә ҡатнашыусыларҙы ла ҡурҡыныс аҫтына ҡуяһығыҙ. Алда әйтеп үтелгән юл фажиғәһендә ир үҙенең балаларына яуапһыҙ ҡараған”.
Әле балаларҙың хәле билдәле булды. Биш йәшлек ҡыҙҙың баш һөйәге-мейеһе һәм ҡорһағы йәрәхәтләнгән, өс йәшлек ҡыҙҙың баш һөйәге-мейеһе йәрәхәтләнгән, башының маңлай өлөшө имгәнгән, эсе йәрәхәтләнгән. Зыян күреүселәрҙең хәле ҡәнәғәтләнерлек тип баһалана.
Фото: Телеграм.