

Санкт-Петербург ҡалаһына ойоштороласаҡ газ форумында Башҡортостан Хөкүмәте менән “Газпром” акционерҙар йәмғиәте араһында хеҙмәттәшлек тураһында килешеүгә ҡул ҡуйыласаҡ. Форум 13 - 16 сентябрҙә үтә.
Башҡортостан делегацияһы составында – республика Башлығы Радий Хәбиров, Хөкүмәт Премьер-министры урынбаҫары - сәнәғәт, энергетика һәм инновациялар министры Александр Шельдяев һәм башҡалар.
"Беҙ Башҡортостан Хөкүмәте менән “Газпром” акционерҙар йәмғиәте араһында хеҙмәттәшлек тураһында ҙур килешеүгә ҡул ҡуйырға әҙерләнәбеҙ, – ти Александр Шельдяев. – Ул үҙ-ара файҙалы иҡтисади һәм ғилми-техник хеҙмәттәшлекте күҙ уңында тота. Иң мөһиме - юғары һөҙөмтәле проекттарҙы тормошҡа ашырыуҙы күҙаллай".
Александр Шельдяев әйтеүенсә, төп бурыстар – ауылдарҙы газға тоташтырыу, шул иҫәптән айырым категорияға ҡараған граждандар өсөн социаль яҡлау саралары индереү.
Фото: Башҡортостан Хөкүмәте.