Даирә
+24 °С
Дождь
Башҡа яңылыҡтар
12 Сентября 2022, 17:08

Өфөлә Республика көнөндә Шайморатов генерал һәйкәле асыласаҡ

Бөгөн Совет майҙанында эштәр барышы менән республика етәксеһе Радий Хәбиров танышты.  

Өфөлә Республика көнөндә Шайморатов генерал һәйкәле асыласаҡӨфөлә Республика көнөндә Шайморатов генерал һәйкәле асыласаҡ
Өфөлә Республика көнөндә Шайморатов генерал һәйкәле асыласаҡ

"Юҡ, йәнә эшемдән ҡасманым. Инде төн етеп килә. 

Бөгөн бөйөк скульпторыбыҙ Салауат Щербаков менән һул барельефтың әҙерлеген ҡарарға килдек – ул видеола, бөгөн монтажлай башлаясаҡтар.

Бында халҡыбыҙҙың тарихы һүрәтләнә, Бөйөк Ватан һуғышына тиклемге дәүер, "Урал батыр" эпосы, Салауат Юлаев, башҡорт атлылары, ти Салауат Александрович.

Бик матур килеп сыға. Эштәр графикҡа ярашлы бара, тиҙҙән постаментта Шайморатов генерал һәйкәле ҡалҡып сығасаҡ.

Барығыҙҙы ла 11 октябрҙә һәйкәлде асыу тантанаһына, Республика көнөнә саҡырам", - тип яҙған Радий Хәбиров.

Автор:Инсаф Хужабирганов

Фото:https://ye102.ru

https://ye102.ru/news/ya-yly-tar-ta-ma-y-netu/2022-09-12/f-l-respublika-k-n-nd-shaymoratov-general-yk-le-asylasa-2945970

 

Автор:Фируза Рахматуллина 
Читайте нас