Даирә
+24 °С
Ямғыр
Башҡа яңылыҡтар
11 Сентябрь 2022, 12:12

Юл фажиғәләре - 10 сентябрь

Бөгөн төндә водитель танытмаһынан мәхрүм ителгән 34 йәшлек ир иҫерек килеш "ВАЗ-2114" машинаһында юл билдәһенә бәрелеп, юлдан ситкә төшөп киткән. 

Юл фажиғәләре - 10 сентябрьЮл фажиғәләре - 10 сентябрь
Юл фажиғәләре - 10 сентябрь

Бөгөн төндә Учалы районында, Учалы-Межозерный автомобиль юлының 7-се саҡрымында, водитель танытмаһынан мәхрүм ителгән 34 йәшлек ир иҫерек килеш "ВАЗ-2114" машинаһында юл билдәһенә бәрелеп, юлдан ситкә төшөп киткән. Салонда унан башҡа өс пассажир ҙа булған. Уларҙың әйтеүенсә, юл-транспорт ваҡиғаһынан һуң улар таң атҡанын көтөп, спиртлы эсемлектәр эсеүен дауам иткән. Иртәнсәк пассажирҙарҙың береһе, Силәбе өлкәһенән 39 йәшлек ир, уянмаған - ул йән биргән булған. Водитель ирҙең кәүҙәһен урындағы полиция бүлегенә алып килгән. 

Әле был факт буйынса тикшереү бара.

Уҙған тәүлектә республика юлдарында ун автомобиль аварияһы теркәлгән, уларҙа ике кеше һәләк булған һәм 13 кеше төрлө йәрәхәттәр алған. Бер тәүлектә Дәүләт автоинспекцияһы хеҙмәткәрҙәре тарафынан 1300-ҙән ашыу юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен боҙоу осрағы асыҡланған, 63 эскән водитель тотолған (шуларҙың алтауһы икенсе тапҡыр эләккән).

Фото: БР ЮХХДИ.

Автор:Баныу Ҡаһарманова

https://ye102.ru/articles/ya-yly-tar-ta-ma-y-netu/2022-09-11/yul-fazhi-l-re-10-sentyabr-2944156

 

Автор:Фируза Рахматуллина 
Читайте нас