Даирә
+24 °С
Ямғыр
Башҡа яңылыҡтар
11 Сентябрь 2022, 06:01

Башҡортостан уҡыусылары «аҡыллы» теплица һәм робот уйлап тапҡан

Кушнаренко ауылынан Артем Ишмаев картуф ултырта, ер һөрөп, мал аҙығы ташый алған роботтар уйлап сығарған.

Башҡортостан уҡыусылары «аҡыллы» теплица һәм робот уйлап тапҡанБашҡортостан уҡыусылары «аҡыллы» теплица һәм робот уйлап тапҡан
Башҡортостан уҡыусылары «аҡыллы» теплица һәм робот уйлап тапҡан

Шулай уҡ ул «аҡыллы» теплица эшләгән, ул үҙе яҡтылыҡты, дымлылыҡты, температураны һәм баҫымды көйләй.

Икенсе уйлап табыусы - Мәләүездән Алһыу Шәғәлиева. Уның робот-консультанты кәштәләр араһында йөрөргә, кәштәләрҙә ниндәй тауарҙар етмәүен билдәләргә һәм мәғлүмәт базаһына ебәрергә өйрәнәсәк. Бынан тыш, ул һатып алыусыларға ярҙам итә һәм кәңәш бирә аласаҡ.

Һәләтле уҡыусылар Артекка «Инноуҡыусы» тематик сменаһына барасаҡ. Бында балаларға табыш алыу һәм инвестиция мөмкинлектәре тураһында һөйләйәсәктәр.

 

Фото: Т. Аманов

Автор:Фируза Рахматуллина 
Читайте нас