Даирә
+24 °С
Ямғыр
Башҡа яңылыҡтар
10 Сентябрь 2022, 04:28

Тиҙҙән яңы мәктәп асыласаҡ

Мәктәп “Мәғариф” милли проектының “Заманса мәктәп” төбәк проектына ярашлы төҙөлә

Тиҙҙән яңы мәктәп асыласаҡТиҙҙән яңы мәктәп асыласаҡ
Тиҙҙән яңы мәктәп асыласаҡ

"Учалы тулы тормош менән йәшәй һәм ышаныслы алға бара”, – тине Радий Хәбиров.

9 сентябрҙә Учалы районына сәфәрендә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров төбәктә иң ҙурҙарҙан һаналған - 1225 урынға иҫәпләнгән мәктәп төҙөлөшө менән танышты. Яңы учреждение ҡала мәктәптәрендәге уҡытыу процесын бер сменаға күсереүгә мөмкинлек бирәсәк.

Объекттың дөйөм хаҡы 766 миллион һум тәшкил итә, шуның 641 миллионы - федераль ҡаҙнанан, 125 миллионы республика бюджетынан бүленгән.

- “Мәғариф” милли проектының “Заманса мәктәп” төбәк проектына ярашлы яңы мәктәп төҙөлөп бөтөп килә. Майҙаны 18,3 мең квадрат метр тәшкил итә. Дүрт ҡатлы бинала - спорт залы, иркен ашхана, тантаналар залы, кабинеттар. Башланғыс кластар өсөн уйын зоналары менән айырым блок ҡаралған. Мәктәп биләмәһендә ете уйын майҙансығы, баскетбол, волейбол һәм гимнастика өсөн хәүефһеҙ япмалы, шулай уҡ йүгереү өсөн универсаль майҙансыҡтар, тренажерҙар ҡаралған", - тип яңы мәктәп менән таныштырҙы Учалы районы хакимиәтенең мәғариф бүлеге начальнигы Нурзидә Абдрахманова.

“Төҙөүселәрҙең бурыстарына етди ҡарап, эштәрҙе сифатлы башҡарғандары күренеп тора. Яҡшы материалдар ҡулланғандар. Әлегә ҡорамалдар килтереү менән бер аҙ тотҡарлыҡтар бар, шуға ҡарамаҫтан, подрядсы ойошма объектты ваҡытында тапшырасаҡ. Учалы районы тәртип, дисциплина, үҫешкән иҡтисады менән билдәле. Муниципаль идара командаһы әүҙем эшләй. Ҡала һәм район тулы тормош менән йәшәй, ышаныслы алға бара”, – тине Радий Хәбиров.

Сығанаҡ һәм фото: https://glavarb.ru/rus/press_serv/novosti/157524.html

Автор:Фируза Рахматуллина 
Читайте нас