Даирә
+24 °С
Ямғыр
Башҡа яңылыҡтар
10 Сентябрь 2022, 05:22

Организмды нисек таҙартырға?

Ваҡыты-ваҡыты менән организмды  кәрәкмәгән һәм зарарлы матдәләрҙән таҙартыуҙап тороу мөһим. Был беҙгә иртә ҡартайыуҙан һәм  төрлө ауырыуҙарҙан һаҡланырға ярҙам итә.

Организмды нисек таҙартырға?Организмды нисек таҙартырға?
Организмды нисек таҙартырға?
  1. Алма менән дәрсен.

Бер  алманы нәҙек кенә киҫәктәргә ҡырҡҡылап, өҫтөнә 500 мл  таҙа һыу ҡойорға һәм бер балғалаҡ  дәрсен онтағы  өҫтәргә.  Һыуынғас, ошо эсемлекте  көн дауамында эсергә. Алма менән дәрсен онтағы матдәләр алмашыныуын көйләргә һәм аш эшкәртеү трактын таҙартырға  булышлыҡ итер.

  1. Лимон һуты менән бал.

Ике ҡалаҡ яңы һығылған лимон һутына 200 мл йылы һыу ҡойоп, бер балғалаҡ  бал һәм бер семтем имбирь онтағы өҫтәргә.  Ашарҙан ярты сәғәт алда ас ҡарынға эсергә. Ул аша эшкәртеү системаһын  таҙартып, ҡан тамырҙарын нығытырға ярҙам итер һәм энергия өҫтәр.

 

  1. Имбирь эсемлеге.

Ҙур булмаған имбирь тамырын  ҡабығынан таҙартып,  ваҡлап турарға һәм өҫтөнә 1 л ҡайнар һыу ҡойоп,  талғын утта 10 минут ҡайнатырға. Һуңынан һөҙөп алып, бер аҙ һыуытырға һәм бер семтем дәрсен онтағы һәм бер нисә  ҡалаҡ гөлйемеш сиробы ҡушырға.    Ашарҙан   ярты сәғәт алда 100 – 150 мл эсергә. Аш эшкәртеүҙе, матдәләр алмашыныуын көйләргә ярҙам итә, дөйөм организм өсөн дә файҙаһы ҙур.

 

  1. Сөгөлдөр һуты.

 Бер сөгөлдөр, ике алма һәм 4 сельдерей һабағынан яңы һығылған һут әҙерләп,  көнөнә ике тапҡыр (иртәле-кисле) ашарҙан ярты сәғәт алда берәр ҡалаҡ эсергә.

  1. Сәләмәтлек коктейле.

Бер әфлисун, бер лимон һәм бер кишерҙән яңы һығылған һут әҙерләп, шуға 100 мл минераль һыу ҡушырға һәм   иртәнсәк ашарҙан ярты сәғәт алда ас ҡарынға эсергә.   Был коктейль арыуҙан ярҙам итә, антиоксиданттарға бай. 

  1. Ҡыяр менән сельдерей.

Бер ҡыярҙы һәм сельдерей тамырын ваҡлап, 300 мл һыу ҡушырға. Ошо эсемлекте көн дауамында эсергә.

Ҡулланыр алдынан табип менән кәңәшләшеү мотлаҡ

Фото:Т.Аманов.

Автор:Фируза Рахматуллина 
Читайте нас