Даирә
+24 °С
Ямғыр
Башҡа яңылыҡтар
10 Сентябрь 2022, 07:00

“Изгелек мәктәптәре” асыла

Мөмкинлектәре сикләнгән балалар өсөн тәғәйенләнгән өс коррекция мәктәбендә ошо көндәрҙә ҙур ваҡиға булды – уларҙа “Изгелек мәктәбе” асылды

“Изгелек мәктәптәре” асыла“Изгелек мәктәптәре” асыла
“Изгелек мәктәптәре” асыла

Мөмкинлектәре сикләнгән балалар өсөн тәғәйенләнгән өс коррекция мәктәбендә ошо көндәрҙә ҙур ваҡиға булды – уларҙа “Изгелек мәктәбе” асылды.

Был саралар  Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май Указдары тарафынан раҫланған “Мәғариф” милли проекты (национальный проект “Образование”) сиктәрендә тормошҡа ашырылды. Шул уҡ проектҡа ярашлы, быйыл насар күргән балалар өсөн ойошторолған Бәләбәй коррекция мәктәбендә, ишетеү һәләте кәмегән йәки юғалған балалар өсөн Өфө  коррекция мәктәп-интернатында һәм Өфөләге 30-сы коррекция мәктәп-интернатында 23 миллион һумға матди-техник база яңыртылды.

“Изгелек мәктәбе” – уҡыу һәм аралашыу, үҙенсәлекле балаларҙы тәрбиәләү  өсөн  яңыса уңайлы мөхит. Бында бөтә нәмә яңыртылған: уҡыу кластары ижад өсөн майҙансыҡтарға әүерелгән, лабораториялар һәм оҫтаханалар һанлы техника менән йыһазландырылған. Уларҙы төп идея берләштерә – уҡыуҙың сифатын яҡшыртырға, уҡыусыларға киләсәк тормошҡа әҙерләнергә ярҙам итергә.

Фото: БР Фән һәм мәғариф министрлығы сайтынан.

#ВладимирПутин
#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Автор:Фируза Рахматуллина 
Читайте нас