+24 °С
Ямғыр


100 г прополисҡа 100 г үҫемлек майы ҡойоп, һыулы һауытҡа ҡуйып 30 минут йылытырға. Прополис тулыһынса иреп бөтһөн өсөн, болғатып торорға кәрәк. Әҙер булғас, һыуытырға һәм артабан һыуытҡыста өс ай һаҡларға мөмкин.
Быуындар өсөн тағы ла көслөрәк май бар. Айырыуса ревматизмдан яҡшы ярҙам итә. 5 – 10 әсе боросто ваҡларға һәм 100 г үҫемлек майы, 250 г кәрәсин ҡушырға. Яҡшы итеп бутап, 9 көн йылыла тоторға. Ҡулланыр алдынан яҡшы итеп болғатырға кәрәк.
Ҡулланыр алдынан табип менән кәңәшләшеү мотлаҡ
Фото:Т.Аманов.