Даирә
+24 °С
Дождь
Башҡа яңылыҡтар
9 Сентября 2022, 05:01

Осһоҙ ғына рецепт бит тиреһен шымарта

Ни бары егерме минут ваҡыт кәрәк буласаҡ.

Осһоҙ ғына рецепт бит тиреһен шымартаОсһоҙ ғына рецепт бит тиреһен шымарта
Осһоҙ ғына рецепт бит тиреһен шымарта

Биттәге ҡара төктәр йонсотамы? Улайһа, был рецепт тап һеҙҙең өсөн.

Тәҡдим итәсәк битлек-скраб тирене тәрәнтен таҙалау өсөн тәғәйенләнгән. Аҙнаһына бер тапҡыр эшләп торһағыҙ, тирегеҙ шымарып та китер, төктәр ҙә юғалыр. Өҫтәүенә уға тәғәйен ингредиенттар ҡиммәт тә түгел.

Был битлекте әҙерләү өсөн беҙгә 2 аш ҡалағы күк балсыҡ (голубая глина, дарыуханала һатыла), 1 аш ҡалағы тоҙ, 2 аш ҡалағы ромашка төнәтмәһе, 10 тамсы сәй ағасы майы (масло чайного дерева) кәрәк буласаҡ. Тоҙға күк балсыҡты ҡушып болғайбыҙ ҙа ромашка һыуын ҡоябыҙ. Артабан ҡуйы ҡаймаҡ рәүешенә еткәнсе болғатабыҙ.

Бына мөғжизәле битлек әҙер ҙә - алдан тирләтеп таҙартылған тирегә яғабыҙ һәм 20 минут буйы тотабыҙ. Һуңында йылымыс һыу менән йыуып төшөрәбеҙ. Һыналған ысул был, мотлаҡ файҙаһы тейер, тирегеҙ таҙарып, шымарып китер.

Фото Pixabay.com

Автор:Фируза Рахматуллина 
Читайте нас