Даирә
+24 °С
Ямғыр
Башҡа яңылыҡтар
9 Сентябрь 2022, 04:37

Мәктәп стоматологияларында педагогтар ҙа дауаланасаҡ

"Сәләмәтлек сәғәте"ндә ниндәй мәсьәләләр ҡаралды?

Мәктәп стоматологияларында педагогтар ҙа дауаланасаҡМәктәп стоматологияларында педагогтар ҙа дауаланасаҡ
Мәктәп стоматологияларында педагогтар ҙа дауаланасаҡ

Башҡортостан Хөкүмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, 8 сентябрҙә Республика йортонда Радий Хәбиров сирттағы “Сәләмәтлек сәғәте”н уҙғарған. Көн тәртибендә коронавирус һәм грипты иҫкәртеү, шулай уҡ төбәк мәктәптәрендә стоматология кабинеттары асыу мәсьәләләре ҡаралған.

Республика Башлығының социаль коммуникациялар буйынса идаралығы начальнигы Елена Прочаковская халыҡтың социаль селтәрҙәрҙә ниндәй һорауҙар биреүе тураһында бәйән итә. Август айында 21 мең мөрәжәғәт теркәлгән, шуларҙың 1784-е - медицина өлкәһе буйынса. Былтыр ошо осорҙа мөрәжәғәт итеүселәр һаны 10 меңгә күберәк теркәлгән.

Башҡортостан һаулыҡ һаҡлау министры Айрат Рәхмәтуллин республикала коронавирусҡа бәйле хәл тураһында һөйләгән. 8 сентябргә COVID-19 менән ауырыусылар һаны 302 377 кеше тәшкил иткән. Тәүлек эсендә инфекция 477 кешелә раҫланған. Дауалау учреждениеларында хәл тотороҡло, инфекция госпиталдәрендә койка фондының дүрттән бер өлөшө буш.

Башҡортостанда вакцинация һәм ревакцинация дауам итә. 8 сентябргә беренсе компонент менән 3,2 миллион кеше прививкаланған, 2,9 миллионы тулыһынса вакцинацияланған, 1,4 миллион кеше ревакцинация үткән. Республика биләмәһендә 251 вакцинациялау пункты эшләй. Күрһәткестәр буйынса Башҡортостан Рәсәйҙә тәүге бишәү иҫәбендә.

“Сәләмәтлек сәғәте” кәңәшмәһендә республикала мәктәп стоматологияһы системаһы үҫеше мәсьәләһе ҡаралды. Бөгөн белем биреү учреждениеларында 202 стоматология кабинеты эшләй. 2019 йылдан башлап “Ҡанатлан” төбәк проекты сиктәрендә 68 заманса йыһазландырылған кабинет асыла, бөтәһе 175779 уҡыусы тикшерелгән.

Башҡортостандың мәғариф һәм фән министры Айбулат Хажин хәбәр итеүенсә, быйыл 12 яңы стоматология кабинеты эш башлаясаҡ, 2023 йылда 30 кабинет асыласаҡ тип күҙаллана.

Башҡортостан Башлығы ҡушыуы буйынса, мәктәп стоматологияларында педагогтар ҙа дауаланасаҡ. "Тәү сиратта стоматология кабинеттары белгестәр менән тәьмин ителергә тейеш, был проектты ауыл мәктәптәрендә лә тормошҡа ашырыу мөһим", - тине Радий Хәбиров.

Фото: Башҡортостан Хөкүмәте.

Автор:Фируза Рахматуллина 
Читайте нас