Даирә
+24 °С
Ямғыр
Башҡа яңылыҡтар
9 Сентябрь 2022, 09:58

"Әкиәт"тә әкиәт кенә һөйләмәйҙәр

Бында милли йолаларға, халыҡтар дуҫлығына, уларҙың кейемдәренә, йыр-моңдарына һөйөү бәләкәйҙән һалына.  

"Әкиәт"тә әкиәт кенә һөйләмәйҙәр"Әкиәт"тә әкиәт кенә һөйләмәйҙәр
"Әкиәт"тә әкиәт кенә һөйләмәйҙәр

Президент фондының мәҙәни башланғыстар буйынса гранттар конкурсында Сибай ҡалаһынан “Әкиәт” балалар баҡсаһы коллективы ла ҡатнашып, "Дуҫлыҡ селтәре" йолаларҙы тергеҙеү милли-мәҙәни фестивале проектын атҡарып сыҡты. Проекттың художество етәксеһе - балалар баҡсаһының башҡорт төркөмдәре етәксеһе Әлфиә  Вилданова.

Әлфиә Ғаяз ҡыҙы әйтеүенсә, проекттың төп маҡсаты - Сибай ҡалаһында йәшәгән төрлө милләт халыҡтарының фольклорына, мәҙәниәтенә, милли йолаларына, ғөрөф-ғәҙәттәренә хөрмәт һәм ҡыҙыҡһыныу уятыу.

Әлфиә Вилданова балалар баҡсаһы асылғандан алып эшләй, кескәйҙәрҙә милли рух тәрбиәләүгә ҙур өлөш индерә. Һүрәттә тәрбиәсе Аделина, Роман һәм Диананы төрлө халыҡтарҙың милли кейем өлгөләре, музыка ҡоралдары менән таныштыра.

Бөгөн, Милли кейем көнөндә, "Әкиәт" балалар баҡсаһындағы тәрбиәселәр ҙә, балалар ҙа төрлө халыҡтың милли кейемдәрен кейеп килгән, ҡалала үтәсәк Милли кейем байрамында ла ҡатнашырға әҙерләнә.

Автор фотоһы.

Автор:Фируза Рахматуллина 
Читайте нас